-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
19 Июнь 2022, 13:00

Быуа менән йылға

Рәдиф ТИМЕРШИН (Крыловтан)“Ҡасан ғына ҡарама,Һыуың аға ла аға, –Тигән бер саҡ ЙылғағаКүршеләге Быуа. –Һеңлекәш, һин арымайһың нисек?

Быуа менән йылға
Быуа менән йылға

Күрәм: һәр саҡ тиерлек
Йөрөтәһең өйөр йөк,
Ағыҙаһың караптарҙы, һалдарҙы,
Әйтмәйем дә кәмә, ҡайыҡ үә ҡалғандарҙы.
Юҡ уларҙың иҫәбе-һаны!
Ә һин тынғы белмәйһең һаман.
Бындай тормош ялҡытмаймы тамам?
Беләм:
Сағыштырғанда һинеке менән,
Миңә йәшәү еңел,
Һеңел.
Әлбәттә, минең дан китмәгән йыраҡ,
Һинекеләй, илде сыҡмаған урап,
Таңға ҡалып,
Ҙурламайҙар, йырламайҙар көйгә һалып,
Уның ҡарауы, хәүефһеҙ һәм тыныс
Минең тормош!
Күтәрмәйем ауыр бер нәмә лә,
Карап түгел, һыңар бер кәмә лә.
Йомшаҡ ел иҫә башлаһа,
Миңә килтереп ташлаһа,
Һыуым өҫтөндә ҡай саҡ
Йөҙһә, йөҙә япраҡ,
Азатмын ел-дауылдарҙан,
Сыҡмай ярҙан,
Тулҡынланмай ғына ята бирәм,
Үҙемсә фәлсәфә һата бирәм”.
“Фәлсәфә, тиһең инде, белмәһәң, бел,
Хәтереңә эл:
Хәрәкәттә генә бәрәкәт,
Хәрәкәтһеҙ ятыу – һәләкәт! –
Йылға уны бүлдергән,
Ризаһыҙлыҡ белдергән, –
Аҡһа ғына һыу сафлығын һаҡлай,
Тынсый башлай әгәр ятһа аҡмай.
Тынғы белмәгәнгә ғүмер буйы,
Гел сафланып тора минең һыуым.
Шуға күрә даным алыҫ киткән,
Кешеләр үҙ итә мине күптән.
Йөктәр ташып, файҙа килтерәмен,
Йәшәү асылын шунда мин күрәмен.
Мин быуаттар буйы ағырмын, тим,
Үҙ-үҙемә тоғро ҡалырмын, тим.
Һиңә килһәк инде,
Исемеңде
Бер саҡ
Телгә алыусы ла булмаясаҡ.
Төшөндөңмө?
Йылға әйткән раҫҡа сыҡты бит, ә,
Ул һаман да юлын дауам итә.
Бахыр быуа, йылдан-йылға ҡороп,
Унан бары соҡор ҡалды тороп.
VVV
Йәмғиәткә файҙа килтермәһә,
Тыныс, һил тормошто өҫтөн күрһә,
Бары үҙе өсөн
Һалһа көсөн,
Бик һәләтле кеше лә
Әйләнә Быуа ишегә.

Фото: poembook.ru

 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: