

Шкафтарҙа, шүрлектәрҙә
Тауар өҫтөндә тауарҙар.
Һаҡ булмаһаң, бына-бына
Һинең өҫтөңә ауырҙар.
Төн – көнөндәй. Түшәмдәргә
Төрлө лампалар аҫҡандар.
Тауарҙар алыусы көтөп
Берҙәй сиратҡа баҫҡандар.
Хаҡы ун туғыҙлап булһа,
Туҡһан туғыҙҙы уйғандар.
Йөҙҙән артһа – туғыҙ йөҙ ҙә
Туҡһан туғыҙҙы ҡуйғандар.
Тауарҙарға хаҡ ҡуйғанда
Башҡа һандар элмәйҙәр ҙә.
Әллә улар наҙан микән?
Башҡа һандар белмәйҙәр ҙә?
Тылсымлы һандар аҙ түгел:
Ун өс, ҡырҡ, алтмыш алты.
Улар хисапҡа кермәйҙәр,
Сөнки улар нәфсе тартҡан
Күләмле табыш бирмәйҙәр.
Улар һис тә наҙан түгел,
Һандар менән бар ҙа таныш.
Нәфсе-шайтанды егәләр
Ташыр өсөн юҡтан табыш.
Табыштар күберәк булғанда
Күңел белмәй ҡайғы-һағыш.
Урап алды һатыусылар –
Күҙгә борсаҡ атыусылар.
Күрәм, мине оҡшаттылар.
Теләгәнде алалманым,
Ә кеҫәмде бушаттылар.
Кәрәкмәй сикһеҙ арзаны,
Ғәҙелһеҙгә ҡиммәте лә,
Тылсымлы туҡһан туғыҙы,
Һатыусының хикмәте лә.
Миһырбанлы булыу кәрәк
Һәр тарафта, баҙарҙа ла.
Баҙар тигәс тә әллә ни
Кәрәкмәйҙер аҙырға ла.
Доңъя күргән яҡын дуҫым
Минең һыҙланыуҙарымды
күрҙе,
Үҙ михнәттәренә ҡушып
Туҡай һүҙҙәрен килтерҙе:
«Тор донъяла. Иманың һат,
Выжданың һат. Шулай торһаң
Ғүмер үтер бигерәк анһат».
Нәдһәт ФӘТХИЕВ.