

Ҡуҙ менән ҡайнаттылар,
Ә миңә сәй һалдылар,
Самауырға ҡуйҙылар,
Тәмле еҫтәрен сәсеп,
Сәй китер ине бешеп.
Беҙҙең эргә-тирәгә,
Ашъяулыҡты йәмләргә
Һәм табынды биҙәргә
Сынаяҡтар йыйылды,
Матурланы табынды.
Йыйылдылар кешеләр,
Ултырҙылар тирәләп,
Сәй эстеләр бергәләп.
Өҫтәп торҙолар ҡуҙын –
Самауыр ҡайнап торһон!
Эх, бар ине ваҡыттар,
Ҡайҙа ҡалды шул саҡтар?
Ах, самауыр, самауыр,
Табын күрке – самауыр,
Һағындыра барыбер...
Сәйнүк түбән эйелде,
Ҡайнар йәше түгелде...
Түрә
Танау күптән күккә сөйөлгән,
Һөйләшә ул тамаҡ төбөнән,
Ярау өсөн ошо түрәгә,
Хамелеонға кеше әйләнә.
Кемдәр уға элек юл киҫкән,
Кемдәр уға яман һүҙ әйткән,
Күргән уның етешһеҙлектәрен,
Йәки әйткән кәмселектәрен –
Бөгөн күрә шуның язаһын,
Дөрөҫлөктөң күрә ыҙаһын...
Ялағайҙар һәм дә ҡуштандар
Түрә янынан урын алғандар:
Сөнки улар майлай беләләр,
Майлағанды һөйә түрәләр,
Нахаҡ-ялған улар ҡоралы
Унһыҙ теймәй түрә ярҙамы.
Ябай халыҡ ҡына аптырай,
Һөйләй алмай һүҙен – ҡалтырай,
Оҡшамаһа һүҙең түрәгә,
Тыңлап бөтмәй бороп ебәрә.
Нисек табырға һуң көй-яйын -
Булырғамы әллә хамелеон?
Баш ваталар: нишләп ҡарарға,
Был түрәгә нисек ярарға?
Минең бер көнөм
Һыйыр ҙа һауылмаған,
Һарыҡтар ҡаралмаған,
Быҙау тора баҡырып,
Мине тышҡа саҡырып,
Тауыҡтар ҡытҡылдаша,
Ҡаҙҙарым ҡаҡылдаша,
Себештәр ҙә уянған –
Ем һорап сипылдаша...
...Мин, уянып таң менән,
Компьютерҙы асҡанмын,
Онотоп бар донъяны
Тәҙрәһенә баҡҡанмын.
– Ҡуйсы, һыйыр, баҡырма,
Быҙау, һин дә аҡырма,
Дуҫтарымдың хәлен белеп
Ултырайым саҡ ҡына.
Яңылыҡтар яҙғандар,
Яңы фото ҡуйғандар,
Бик күптәре быйылғы йәй
Ял йортона барғандар.
Сит илдәр менән танышып
Йөрөүсе дуҫтарым күп,
Ял итеп ҡайтыусылар бар
Диңгеҙ буйын үҙ итеп...
Компьютерҙы асҡанмын –
Ҡуй быҙауым, баҡырма,
Донъя эше мәңге бөтмәҫ –
Ултырайым саҡ ҡына!