-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Июнь 2022, 10:00

Нимә ул бәхет?

Күпме кеше был донъяла йәшәй, Бәхетлелер һәр кем төрлөсә.Кемдер, бәхет – байлыҡ, тиеп янһа,Берәү өсөн – һау ата-әсә…  

Нимә ул бәхет?
Нимә ул бәхет?

Кемдәргәлер бәхет – батша булыу,
Идаралыҡ тотош ил менән.
Ә кемгәлер батша булмаһа ла,
Кеше булып ҡалһа, шул еткән.

Ысынлап та, нимә һуң ул бәхет?
Байлыҡ, һаулыҡ, һөйөү, аҡылмы?
Был донъяла беҙҙе йәшәтеүсе
Тыуған илем, ерем, халҡыммы?

Ситтән эҙләмәгеҙ бәхеттәрҙе,
Аҙашмағыҙ сит-ят юлдарҙа.
Бәхет бит ул беҙҙең йөрәктәрҙә,
Күңелдәрҙә, уңған ҡулдарҙа.

Изге йөрәк, иман, имен тороу,
Аҡыл булһа – шулар бәхеттер.
Атай-әсәй, туған, дуҫ-ҡәрҙәштәр
Һау булыуы – иң ҙур тәхеттер.

Тыныс торһа илем, тыуған ерем,
Һау-сәләмәт булһа милләтем,
Таңдарҙы шат ҡаршы алам икән,
Тимәк, бәхетлемен ерҙә мин.


Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА.

Фото: infourok.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: