Мөдир Мөнир шышылданы
(Ауыҙында теше юҡ):
– Һиш тә генә боршолмағыҙ,
Эш эшләгән кеше юҡ!
Шайтан ҡасыр
Ҡатын һайрай кешеләргә:
– Хәҙер миңә ни эшләргә?
Һорашалар ҡыҙыҡһынып…
– Ирем китте, – ти ул, – сығып.
– Күргәнбеҙҙер, өҫтөндәге
Ниндәйерәк кейемдәре?
Ҡатын ирен яҡшы белә, –
Бәйнә-бәйнә һөйләп бирә:
– Керле ине аҡ күлдәге,
Өҫтә, аҫта юҡ һәҙәбе.
Салбары ла майға батҡан
Һәм йыртылған алғы яҡтан.
Бөтәрләнгән свитерына
Бал түгелгән ярты кило.
Әй, оноттом: уның тағы
Ике төрлө ойоҡтары…
Һорай ҡатын: – Ҡайтыр микән?
Шунда бер ҡарт яуап биргән:
– Иргә хөрмәт шундай саҡта,
Йорттан хатта шайтан ҡаса!
Булмай шул
Йәш ҡатын:
«Танышлыҡҡа, – ти, –
Ярты йыл үтеп киткән.
Туғандарың менән ҡасан
Таныштырырһың икән?»
«Булмай шул, – тине ир кеше, –
Уйлаһам да был хаҡта:
Балалар – өләсәһендә,
Ҡатын ял итеп ята».
Шәп эшләһен өсөн
Мәрйәм һорай, телевизор
Алып ҡайтҡас Искәндәр:
– Ниңә уның һауытына
Рүмкә төшөргәндәр?
Ире әйтте:
– Япондыҡы!
Осрайҙар бик һирәк!
Һәйбәт эшләп китһен өсөн,
Башта ныҡ «йыуыр» кәрәк!
Дөрөҫ гороскоп
Ире тыуған эт йылында,
Ә ҡатыны – йылан йылы.
Аждаһа менән сусҡала –
Ҡыҙы менән ике улы…
Шуға һис тә ғәжәп түгел
Был ғаиләлә бик йыш ҡына
Төрлө хәлдәрҙең булыуы.
Сос ҡәйнә
– Иғтибарһыҙ кешеһең, – тип, –
Ҡатын тағы тызый ирен,
Әсәй өйҙә ялыға бит,
Берәй яҡҡа йөр (ө)төр инең.
– Мин ҡәйнәмде, – ти ир кеше, –
Ят яҡтарға илтәм хатта.
Ә ул – яуыз! – үтә лә сос:
Әйләнә лә кире ҡайта.
Рауил ШАММАС
Инәйҙең ҡыуанысы
Гөлкәй инәй өй алдына
Яңы асфальт йәйелә.
Инәй баҡҡан тәҙрә аша
Күҙҙәренә йәш килә.
Тротуарҙың был асфальты
Ҡартайғайны бик күптән.
Соҡор-саҡыр аша йөрөп,
Күпме йәндәр интеккән.
Булды, булды, абынып китеп,
Аяҡҡайын һындырҙы,
Көнө-төнө ҡарғап ятты
Йорт түрәһен, убырҙы.
Кеменеңдер иҫенә төшкән,
Бына асфальт йәшәрә.
Ҡыуаныстан инәйҙең дә,
Ана, күҙе йәшләнә.