

Шырпы башы хәтле генә үҙе,
Үҙе ашыға һымаҡ ҡайҙалыр.
Йәшәүенән ниндәй мәғәнә барҙыр,
Йәшәүенән ниндәй файҙалыр.
Ҡайҙа ашыға? Тиҙҙән һытылыр ул
Бер ғәмһеҙҙең аяҡ аҫтында,
Йәки һәләк булыр күҙ йомғансы
Ямғыр пәйҙә иткән ташҡында.
Эйе, ямғыр һыуы уға – ташҡын,
Үлән иһә – ҡара урмандыр,
Йоҙроҡ ҙурлыҡ ҡына суйыр ташты
Ҙур тау итеп тоя торғандыр.
Белмәй бит ул өҫтә ҡояш барын,
Белмәй бит ул зәңгәр күк барын,
Белмәй бит ул ерҙең тартыу көсө
Үҙен әсир итеп тотҡанын.
Уға тигән яҙмыш – иң түбәндә,
Түбән төшөп булмай унан да...
Ошо йән эйәһен ҡыҙғанып, мин
Бына шундай уйға талғанда,
О! Ни күрәм: бөжәк... осоп китте!
Осоп китте бөжәк! Тамаша!
Аптырауҙан хатта ҡатып ҡалдым,
Ул – ҡанатлы икән дә баһа!
Осто бөжәк, осто юғарыға –
Минән бейегерәк кимәлдә
Һәм юғалды күҙҙән... Ошо мәлдә
Бына ни уйланым мин – бәндә:
Кеше лә бит, бер ҡараһаң, – бөжәк,
Ул да кескәй – Йыһан алдында.
Бөжәк кеүек, ул юғалып ҡала
Күккә ашҡан Тауҙар янында.
Бәндәнең дә, ошо бөжәк кеүек,
Була түбән төшкән саҡтары.
Ерҙең тартыуылай, тарта уны,
Аҫҡа һөйрәй насар яҡтары.
...Түбән төшһә әгәр берәй бәндә,
Ер бөжәге итеп ҡарайбыҙ.
“Меҫкен, – тибеҙ,
– ниндәй хәлгә төшкән!”
Беҙ бөткәнгә уны һанайбыҙ.
Ә бит ерҙә ятҡан шул кешелә
Була ҡайсаҡ бөркөт ҡанаты!
Беҙ һуң уны тапап үтмәйбеҙме,
Асыҡ яраларын ҡанатып?!
Килер ваҡыт – һәм ул күтәрелер
Беҙҙән бейегерәк кимәлгә...
Ерҙә йөрөгән бөжәктәр ҙә оса –
Онотмасы шуны, эй, бәндә!
Моңбай УЙБАҪАРОВ.
Фото: telegra.ph