Тыйнаҡ ҡыҙҙай күркәм ҡай бер саҡ,
Ә күберәк – батыр, олпат ирҙәй,
Бөтә кеше хайран ҡалырлыҡ.
Матур, хозур, гүзәл тәбиғәтең,
Күҙҙең яуын алған тауҙарың,
Баш осонда ғорур, текә осҡан
Сая бөркөт, ыласындарың.
Болондарың һинең икһеҙ-сикһеҙ,
Яландарың тулы сәскәләр,
Йырып сыҡмаҫ ҡуйы, шыр урманың,
Башаҡтарың – алтын тәңкәләр...
Батыр, ғорур халҡың да бит һинең –
Бөйөктәрҙән бөйөк дан ғына!
Арыу-талыу белмәй көн-төн эшләп,
Еткән үрҙәр – үҙе хазина!
“Берҙәмлектә – көс”, – тип әйҙәй беҙҙе
Республикам алға һәм үргә.
Бергәләшеп, бергә тупланып беҙ,
Әҙербеҙ күп һынауҙар үтергә!
Сөмбөл ЛАСЫНОВА.
Фото: zen.yandex.ru