-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Июль 2022, 15:00

Урыҫ көлкөһө

Рулдә Эсеп алғас, йомартланып китә хатта… король дә.

Урыҫ көлкөһө
Урыҫ көлкөһө

Эсеп алғас, йомартланып
китә хатта… король дә.
Тик мин ҡыҫтауға килмәйем:
– Ярамай шул эсергә, – тим,
– мин рулдә!
Дуҫтарым өҙмәй ҙә ҡуймай,
ҡыҫтайҙар уның һайын.
– Мин рулдә!
Мин рулдә!!! – тип гел генә
бер һүҙҙе ҡабатлайым.
Мәжлестән һуң
дуҫтар мине бөрөп алды:
“Рулдәмен”, тигәйнең бит,
машинаң ҡайҙа һинең?
– Эйе, рулдә…
Яҙмышымдың руле
ҡулымда минең! – тинем.

Владимир СКВОРЦОВ.

Әгәр мин олигарх булһам…

Әгәр мин олигарх булһам,
банкыларым
аҡса менән тулыр ине.
Һәм уны мин
халыҡҡа таратыр инем.
Бөтә кеше
ҡәнәғәт булыр ине.
Юҡ, иҫерек баштан түгел,
ә ап-айыҡ көйөмә
саҡырыр инем ҡунаҡҡа
ярлыларҙы үҙ өйөмә.
Крәҫтиәндәргә ер бүлеп,
завод-фабрикаларҙы
эшселәргә бирер инем.

Бөтәһен дә
ғәҙел итеп бүлер инем
урлатмайынса бер тинен.
Урлап йыйған байлығымды
уйламайым һис һаҡларға.
Апартаменттарҙы бирәм
балаларға, ҡарттарға.
Йәшәр ине беҙҙең халыҡ
иҫ киткес шәп шарттарҙа.
Яҡшы тормош төҙөр өсөн
һәр кем әҙер ең һыҙғанып,
алға ҡыйыу атларға.
Ул ваҡытта түрәләрҙең,
президент, башлыҡтарҙың
кәрәге ҡалмаҫ ине…
Бәлки, шуғалыр хужалар
олигарх итеп ҡуймай мине.

Александр КОВАЛЁВ.

Беҙҙең принциптар

Мин себенде рәнйеттем.
– Эҙең булмаһын! – тип әйттем.
Быныһы әле башы ғына…
Кисә бер серәкәйҙең
һуҡтым башына.
Ә бөгөн ҡолаҡ төбөмдә
выжылдаған һағыҙаҡты
тотоп утҡа яҡтым.
Тамам ҡотороп киттем –
йәнә ике күгәүендең
башына сирттем…
Мин кем булам инде шунан?
Уйлаһаң бит, ҡот осҡос!
Изге йән түгел – йыртҡыс!..
Бына шулай
юғары принциптар ҙа
буш һүҙ генә булып ҡала,
йәшәһәң палаткала.

Сергей САТИН.
Урыҫсанан Мар. СӘЛИМ тәржемәләре.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: