+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Июль 2022, 17:30

Хәйерле юл

Марат КӘРИМОВ Эшләмәйсә аҡса табыуЫсулдары төрлө хәҙер.Бына шуларҙың береһе –Һорашырға кәрәк хәйер.

Хәйерле юл
Хәйерле юл

«Хәйерле юл!» тигән яҙыу
Урынын да әйтеп тора.
Тимәк, хәйер биреүселәр
Мине шунда көтөп тора.

Тиндәр, һумдар эшләпәлә
Ҡойолорҙар зыңлай-зыңлай.
Ник хыялға бирелмәҫкә
Аҡса зыңын тыңлай-тыңлай.

Белмәҫһең дә, йөҙҙәр, меңдәр
Һалыусылар булмаҫ, тимә.
Был эшләпә шулар менән
Ҡабат-ҡабат тулмаҫ, тимә.

Күрерһегеҙ, тиҙ арала
Сереп байып китәсәкмен,
Абрамович кеүектәрҙең
Танауына сиртәсәкмен.

Белмәй алда ни булаһын
Маҡтаныуы еңел икән.
Ул «хәйерле юл» тигәнең
Минең өсөн түгел икән.

Аҙым һайын гаишниктар
Таяҡ тотоп хәйер йыя,
Доға-фәлән уҡып тормай
Кеҫәһенә тығып ҡуя.

Ҡаршылашып ҡына ҡара,
Ала һине бөрөп кенә.
Унан ҡотолаһың бары
Хәйереңде биреп кенә.

Улар халҡы бына нисек
Байып ята икән тиктән.
«Хәйерле юл!» тигән яҙыу
Гаишниктар өсөн икән…

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: