+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Июль 2022, 16:00

Тешһеҙ ҡыҙ

Шәйехзада Бабич Тешһеҙ ҡыҙ Барып мин бер көн баҡсаға керһәм,Бороп мыйыҡты, арлы-бирле йөрөһәм,Күҙем төшмәҫме шунда бер туташҡа,Бите ап-аҡ, һыҙылған ҡара ҡашҡа?

Тешһеҙ ҡыҙ
Тешһеҙ ҡыҙ

Белгем килде: был ҡыҙмы, ҡатынмы?
Тинем мин: "Иҫәнме, һаумы, аҡыллым!"
Боролоп ҡараны, көлөп күҙемә,
Тик яуап бирмәне әйткән һүҙемә.

Тағы әйттем: – "Туташ, ник дәшмәйһегеҙ?
Хоҙа биргән ауыҙҙы асмайһығыҙ?"
Тағы әйләнеп ҡараны туташым,
Үҙе өндәшмәй – тамам ҡаңғырҙы башым.

Уйланым мин уны телһеҙ икән, тип,
Ғажиз булдым, тағы нишләйем икән, тип.
Ишара иткәйнем ултырырға,
Тотондо бит туташым ҡоторорға:

– "Ниңә шин мине мышҡыл итәшең,
Улай булша, минең яндан китәшең!.."
Асыуланып, ауыҙын асһа йәнем –
Ике алғы теше юҡ икән уның!

Сәселә төкөрөгө тешһеҙ ауыҙынан,
Һорағым килмәне исемен яуыздың,
"Асыуланма, – тинем, – һәм көлмәнем мин,
Һинең тешһеҙлегеңде белмәнем мин".

Йомоп йөрөү менән шулай ауыҙын,
Теш сығыр тип уйлай, ахыры, яуызың.
Ҡаш һыҙҙыртҡан, ҡалын яҡҡан пудраһын,
Тик онотҡан алғы тештәр ҡуйҙыраһын!
1916.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: