+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
11 Июль 2022, 15:00

Рауил ШАММАСтан шиғырҙар

НУЖА КӘМӘҺЕГөлнисаға килде яҙмыш –Көн һайын арба тарта.Улы Хисам, килене ГөллиУйлай микән шул хаҡта.

Рауил ШАММАСтан шиғырҙар
Рауил ШАММАСтан шиғырҙар

Арба тәгәрләй кибеткә,
Аҙыҡ-түлек тейәлә.
Тейәлгән һайын йөк арта –
Әбей тарта дөйәләй.

Ғәзиз улына, киленгә,
Ейәндәргә һәммәһе.
Ғаилә тигән диңгеҙҙә
Әбей – нужа кәмәһе.

Кескәй ейән – бәбекәй ҙә
Тәгәрләй шул арбала.
«Ҡартлыҡ көндө ни күрәмен, –
Эстән инәй ҡарғана, –

Шуның өсөн үҫтерҙемме
Иркә улым Хисамды?
Бер Аллам ғына беләлер
Бөгөн күргән ыҙамды».

Әбей, ана, арба тарта,
Арба бара зыңғырҙап.
Улы, килене ялда йөрөй.
Диңгеҙҙә үк, бик йыраҡ.

ИҢГӘ ҺАЛАМ

Йәләй һөйләй:
– Һәр эш тора
Өс өлөштән:
Беренсеһе – ғибрәттер
Һүҙ бирештән.

Йәғни, иңгә ҙур йөк һалыу –
Минең өлөш.
Бик яуаплы һәм кәрәкле,
Дуҫтар, был эш.

Икенсеһе – ғәҙәти эш,
Дөйөм ағыш.
Һеҙҙең өлөш – йөктө тартыу,
Ҡыҙһын ярыш.

Өсөнсөһө – йомғаҡ яһау,
Минең өлөш:
Бүләктәрҙе ғәҙел бүлеп
Биреү тейеш.

Бында ла шул, һүҙҙе тәүләп
Алыу кәрәк,
Төплө итеп уйлау кәрәк,
Яныу кәрәк.

Өс өлөштөң мин икеһен
Үҙемә алам:
Тимәк, эштең күберәген
Иңгә һалам.

ИР АҪЫРАУ

Кеҫә телефоны аша
Танышҡан ине Хәжәр.
Был танышыу, был табышыу
Ҡиммәткә төштө мәгәр.

Ир ирлеген итә генә,
Көн дә төҙәтә башын.
Баш ҡынамы, йоҙроҡ менән
Төҙәтә Хәжәр ҡашын.
Кеҫә телефоны аша
Табышҡанғалыр инде:
Кеҫәләргә аҡса ҡунмай,
Кеҫәләр таҡыр инде.

«Төҙәлгән» ҡаш, иҙелгән баш –
Йәндәре ус төбөндә.
Ир аҫырау еңел түгел,
Ахыры, китер «теге» ндә.

ЗАМАН ИРКӘҺЕ

Бер шаян йыр иҫкә төштө
Һүҙ юҡ саҡта һөйләргә:
«Кепкаһы булғас кейергә,
Мөмкин уны һөйөргә».

Бөгөн кепка менән генә
Кемде йәлеп итәһең?
Ҙурыраҡ нәмә әүрәтә
Бөгөн заман иркәһен.

– Иномаркаң бармы? – ти ул. –
Ә дачаң нисегерәк?
Эш хаҡың ни кимәлдәрәк,
Шуныһы мөһимерәк.

– Ә мөхәббәт? – тимен ҡыҙға.
– Уныһы, ағай, ерунда.
– Кеҫәлә аҡса күберәк булһын, –
Ҡытҡылданы ул шунда.

Шәп кепкалы, мөхәббәтле
Замандар үтте микән?
Бик үҙгәргән, бик боҙолған
Мин шиғыр яҙған иркәм.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: