+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Июль 2022, 09:00

Ҡариҙел урмандары

Һағынып һөйләргә ҡалдыҠариҙел урмандарын –Матур сағы, данлы сағы,Йырҙарҙа йырланғанын.

Ҡариҙел урмандары
Ҡариҙел урмандары

“Үҙгәртеп ҡырыуҙар”ҙан һуң
Үрсеп китте егеттәрҙең
Эш ҡыуа торғандары.
Шулар кеҫәһенә сума
Ҡариҙел урмандары.

Белеп кенә эш йүнләүсе,
Иң айыҡ булғандарҙың
Йорттарына килеп тулды
Ҡариҙел урмандары.

Күп эшем эйәләренең
Урманды ҡырғандары,
Пеләш башлы бабай кеүек
Ҡариҙел урмандары.

Вагон-вагон ағас тейәп
Оҙата алыпһатар.
Шуларға бушҡа тир түгә
Ябай механизатор.

Ейәндәргә мираҫ ҡалды
Серегән-ҡороғандары,
Улар һүрәттән ҡарармы
Ҡариҙел урмандарын?

Йомабикә СОЛТАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: