+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
20 Июль 2022, 14:00

Әхмәр ҮТӘБАЙҙан шаярыудиялар

Әтәс шәпме, әллә тауыҡмы? Ир һымаҡ ҡатындар яҡшымы, тип тә,Ҡатын һымаҡ ирҙәр шәпме, тип тә һорама...“Кикирикүк” тигән тауыҡтың да,Тауыҡ тапамаған әтәстең дәМуйындарын шундуҡ боралар... Буранбай Исҡужин

Әхмәр ҮТӘБАЙҙан шаярыудиялар
Әхмәр ҮТӘБАЙҙан шаярыудиялар

Ир яҡшымы, әллә ҡатын микән,
Әтәс шәпме, әллә тауыҡмы?
Ошо хаҡта фекер йөрөтәйек
Һалып бөтөн уйҙы, зауыҡты.
Ир булмаһа, йә әле, ниндәй ҡатын
Бармы беҙҙә бәпәйләгәне?
Әтәс үлһә, тауыҡ меҫкендәрҙең
Йомортҡаһы тәгәрләгәне?
Эх, бар икән. Ирһеҙ ҡатындар ҙа
Ҡуя ҡайсаҡ беҙҙә бәпәйләп.
Әтәс үлһә, тауыҡ – меҫкендәр ҙә
Күрше йортҡа сыға тәпәйләп...
Тимәк, ир һәм әтәс яҡшы!

Йыр яҙам

Аҡты ҡарайтыуы еңел,
Ҡабат ағартыу ҡыйын,
Үҙәктәрҙе өҙөп үтә
Боҙло-ямғырлы ҡойон.
Донъя мәңгелек булһа ла,
Ғүмер бер миҙгел генә.
Яҡты ҡояшлы көндәрҙең
Ҡәҙерҙәрен бел генә...

Радик Хәкимйән.

Йыр-яҙыуы эп-эрәхәт,
Шиғыр яҙыуы ҡыйын.
Шуға йырға махсуслаштым,
Ҙур яуаплылыҡ тойоп.
Шиғырҙарға мода үтте,
Һеҙ йыр яҙып ҡарағыҙ.
Меңдән ашыу йырҙар яҙҙы
Р.Хәкимйән ағағыҙ.

Өфөлә лә, Ҡаҙанда ла
Мине йырлап торалар.
Аҡмаһа ла, тамып тора
Унан-бынан гонорар.

Шиғырға бит фекер кәрәк,
Образдар системаһы.
Йырға кәрәк хисле һүҙҙәр –
Шул серҙе систем әле.

Йырҙар мәңгелек булһа ла,
Шиғыр бер миҙгел генә.
Йырлы-шиғырлы көндәрҙең
Ҡәҙерҙәрен бел генә...

Танымай

Осрашты һөт һәм
Һары май.
Һары май һөттө...
Танымай!

Рәдиф Тимершин.

Башҡорт тамырлы
Бар шәп татарҙар!
Улар ҙа һары май,
Улар тамырын
Танымай...

Юрый ғына

Юрый ғына сыҡҡан инем,
Килеп тәҙрә сирткәнеңдә.
Юрый ғына үпкән инем,
Һин “Яратам!” тигәнеңдә.
Һин киттең,
Мин юрый ғына
Оҙатып ҡалған булдым.
Бөгөн ниңә йөрәгемә
Һағыш ялҡыны ҡунды?
Йүгереп тә сыҡҡым килә:
“Һағындым!”- тиеп һиңә.
Тик был турғай юрый ғына
Тәҙрәмә сиртә икән.

Лилиә Һаҡмар.

Юрый ғына
ос(о)раштыҡ,
Юрый ғына күрештек.
Юрый ғына
ҡосаҡлаштыҡ,
Юрый ғына үбештек.
Юрый ғына яратыштыҡ,
Юрый хаттар яҙыштыҡ.
Юрый ғына, туйҙар яһап,
Юрый ғына ҡауыштыҡ.
Юрый ғына тыуҙы шунан
Юрый атлы балабыҙ.
Юрый ғына киләсәккә
Юрый атлап барабыҙ.
Юрый ғына илашырбыҙ,
Юрый ғына көлөрбөҙ.
Юрый ғына, бер көн килеп,
Юрый ғына үлербеҙ.
Юрый ғына рәхәт беҙгә,
Юрый ғына ҡыйын да.
Юрый ғына тыуҙы бына
Юрый ғына йырым да.

Бошонма, дуҫҡай!

Сәстәр ташлап китә башты,
Көн һайын берәм-берәм;
Бушҡа үткән көндәремме
Ҡойола бара әрәм.
Бер ваҡыт, устарға ҡосоп
Ялтырап ҡалған башты,
Ултырырмын иҫәңгерәп,
Йылдар, тип, ҡайҙа ҡасты?

Ғилман Ишкинин.

Һин ҡайғырма, Ғилман дуҫҡай,
Сәсме һуң баш ҡайғыһы?
Үҙең генә иҫән-һау бул,
Башҡа кәпәс табылыр.
“Бритоголовыйҙар” хәҙер
Модала бит, дуҫҡайым.
Барыбыҙ ҙа – мосолмандар,
Юҡҡа ғына бошма һин.
Беҙҙең сәстәр аҫҡа төшөп,
Булалар һаҡал-мыйыҡ.
Юҡһа һаман малайбыҙ бит,
Ағайҙар һаман мыжыҡ.
Малай ғына булһаҡ та бит,
Яуаплылыҡ тоябыҙ.
Шуға күрә Хаҡ Тәғәлә
Сәсебеҙҙе ҡоялыр.
“Полундра!” тип уятып,
“Свистать всех наверх!” тиһәләр.
Беҙҙең пеләш түбәләргә
Күтәрелер бөҙрәләр.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: