-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Июль 2022, 13:00

Тау егете

Лирик сатира (Риүәйәт) Рәсүл Ғамзатовтан – Эй, һылыуым, ас ишегең,Һағынып килдем һине!– Ҡара төн эсендә нисекТаптың һин минең өйҙө?  

Тау егете
Тау егете

–Йөрәгем әйҙәне бында,
Һөйөүем маяҡ булды!
– Эй, тау егете, интекмә,
Онот һин бында юлды!
– Эй, гүзәлем, һин бит минең
Өлөшкә төшкән көмөш,
Һөйөүеңде яулау өсөн
Мин һуң нишләргә тейеш?
– Эй, тау егете, үтәһәң
Өс теләгемде минең,
Бәлки, бикле йөрәгемә
Асҡыс табалыр инең.
– Эй, сибәрем, бының өсөн
Ни ғәмәлдәр ҡылаһы?
– Ҡара болоттар ситендә
Бар күгәрсен ояһы.
Ай ҡалҡҡас, шунда төлкө
Йыш йөрөүсән сыуалып.
Таң тыуғансы, шул төлкөнөң
Тиреһен кил һин алып!..
Егет, ат менеп, мәшриҡҡа
Ҡарап йән-фарман сапты.
Эҙләгәнен тиҙ үк тапты,
Мул табыш менән ҡайтты.
– Эй, матурым, ас ишегең,
Ҡабул ит минән бүләк!
– Иҫеңдә тот, егет, мин бит
Әйткән инем өс теләк.
Атлан атыңа һин ҡабат,
Хистәреңде тор тыйып,
Диңгеҙ төбөнән ынйылар
Килтер һин миңә йыйып!..
Таң алдынан йәнә егет
Тупһаға баҫты ҡыйып:
– Эй, алтыным, ас ишегең,
Ҡайттым ынйылар йыйып.
– Сабырһыҙланма, эй, егет,
Ярһыма, зинһар, шашма,
Өсөнсө теләгемде лә
Үтә, егет, һин башта!
– Миңә ҡайҙа юл тоторға,
Атланып аҡбуҙатҡа?
– Бына был тупһа арҡыры
Минең өйөмә атла.
Ҡосағымда иретермен,
Йәшә һөйөлөп, һөйөп,
Тик башта ант ит “Онотам
Атай-әсәйҙе!” – тиеп!
Был – минең һуңғы теләгем,
Йә, ҡатып ҡалдың ниңә?
Үт, әйҙә, ожмах түренә,
Рәхим ит йәннәт-өйгә!
Ҡайҙа йүнәлдең, һыбайлы,
Ник йөҙөң – ҡара болот?
... Ат тояғы тауыштары
Яңғыраны яуап булып.

Борһан БУРАНБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: