+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Июль 2022, 17:00

Хет бүре булып оло...

Рауил ШАММАС Күршебеҙҙә – Гөлнур инәй.Бик күп күргән донъяны.Яңғыҙ ҡалған ҡыҙ-ҡырҡындарҺис тындырмайҙар уны.

Хет бүре булып оло...
Хет бүре булып оло...

Бөртөгөн дә йәшермәйсә,
Һөйләй улар серҙәрен –
Юрау менән ҡайтармаҡтар
Сығып ҡасҡан ирҙәрен.

Ҡыҙ-ҡырҡындар, тиһәм дә, шул
Иң йәше иллеләлер.
Уларҙың дә йәне бар бит,
Теләктәре ирҙәрҙер.

Миңлеямал тапҡан ине
Иркәйҙең иң аҫылын.
Сиртә белмәгән икән бит
Күңелкәйенең ҡылын.

Ҡартлығына тиеп йыйған
Йөҙ мең аҡса – вәссәләм!
Эҙе лә юҡ, еҫе лә юҡ,
Әбейеңә әйт сәләм.

Гөлбикәгә насип булды
Етмеш йәшлек бер ағай.
Алкаш булып сыҡты бабай –
Йөрөй тырым-тырағай.

Ҡай бер көндө ҡайтып инә:
«Йәнейем», – тиеп кенә.
Аҡса һуҙһаң, сығып һыҙа
Ҡыуанып, бейеп кенә.

Хәжәр түтәй өлөшөнә
Төштө шундай уҙаман:
Көн аралаш йоҙроҡ татый –
Түтәйҙең хәле яман.

Полиция алып китте
Кисә төнгөһөн берҙә.
Туҡмаһа ла, ир бит әле,
Ҡалаһы килмәй бер ҙә...

Гөлнур инәйгә киләләр,
Зарланышып, илашып.

Түҙемлектәр юҡ. Киләләр
Тамам аҡылдан шашып.

– Әбекәйем, нишләйем һуң,
Ни генә ҡылып була?
Бәхетһеҙлек баштан ашҡан,
Хет бүре булып оло.

Эй, әбекәй, бер сара күр,
Ниҙәр генә юрайыҡ?
Cаҡ-саҡ тапҡан ир-аттарҙы
Нисек өйгә борайыҡ?

– Балаҡайҙар, ни ҡылайым,
Үҙегеҙҙә һәммәһе.
Мөхәббәтте тергеҙегеҙ,
Шунда уның ғилләһе.

Эй, зарланып, эй, илашып,
Таралыша ҡарт ҡыҙҙар.
Бер һыуынып, бер ҡатҡастын,
Иремәй шул ҡаҡ боҙҙар.

Беҙҙең күрше, тирә-яҡта
Йөрөп ята аһ-ваһ, зар.
Һеҙҙә юҡмы шундай хәлдәр?
Беҙҙә шундай хәлдәр бар.

Фото: freepng.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: