+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
27 Июль 2022, 14:00

Һөйөү тулы гөлләмәм

Ялан сәскәләрен йыйҙым әле, Йәйҙән бүләк булһын үҙеңә.

Һөйөү тулы гөлләмәм
Һөйөү тулы гөлләмәм

Бер ҡушымта булһын һиңә генә
"Һөйәм" тиеп әйткән һүҙемә.
Төрлөһөнән йыйҙым саф күңелдән,
Ҡуштым бер аҙ хатта ҡылғанын.
Күпте өмөт итмәй, ҡәҙерен белеп,
Һаҡлайыҡ беҙ, йәнем, булғанын.
Ябай ғына ялан сәскәләре
Онотторһон юлдар араһын,
Ошо сәскәләрем һинең күҙҙәреңә
Минең күҙҙәр булып ҡараһын...
Һайлап ҡына йыйған сәскәләрем
Һыйҙы бары минең бер усҡа,
Һөйөү тулы ошо гөлләмәмде
Алып торҙом йәйҙән бурысҡа...

М.МӘҒӘСҮМОВ.

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: