+18 °С
Болотло
Шиғырҙар
29 Июль 2022, 11:00

Бисара

Төндәрен ҡайсаҡ уянам да, Йоҡлай алмай ятам уйланып

БисараБисара
Бисара

Шул сағында янда ятҡан ҡатын

Йәндәремә тейә бәйләнеп:

“Төштәреңә тағы кемдәр керҙе?” –

Ти ҙә шунан ғауға ҡуптара.

Төндәрен дә, хатта йоҡоға ла

Яңғыҙлыҡта ҡалыр юҡ сара.

Әллә ҡатын минән бәхет күрмәй,

Әллә инде мин бер бисара.

Ирек ҒӘЛИН.

Фото: "Тулпар" журналы

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас