+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
29 Июль 2022, 17:30

Хәлдәр нисек, Фәнил ағай?

Илгиз ИШБУЛАТОВ – Эштәр бара әле, ҡустым,Тырышһаң.Туҡтап тора даланыңаҠарышһаң.Күренмәнең ошо көндәр...Арыумы?Эштән ҡайтып, кире сығыпБарыумы?

Хәлдәр нисек, Фәнил ағай?
Хәлдәр нисек, Фәнил ағай?

– Эйе, ағай, рәхмәт, һәйбәт
Кенәбеҙ.
Тормош көтәм һәүетемсә,
Кенәһеҙ.
Таңдан китәм, ҡайтам кире
Эңерҙә,
Эшем еңел, тартылмай бер
Һеңер ҙә.
Һиңә ҡарап һоҡланамын
Эшеңә –
Япраҡ яуа, ҡышын болот
Тишелә.
Ҡанатланам ҡулға тотһам,
Көрәгең,
Ауыл эшен һағына шул
Йөрәгем.
Әле бына, икенсегә
Үтәһең,
Саң ҡундырмай беҙҙе иркәләтәһең.
Нисек шулай өлгөрәһең
Барыһына?
Көҙөн – япраҡ, бурандарҙа
Ҡарына?
– Рәхмәт, ҡустым, зарланмайым
Эшемә.
Хеҙмәт танһыҡ һәр бер ғәмле
Кешегә.
Таңдан торһаң, бындай ғәмәл
Арытмай.
Һелтәнәһең сүп-яуынды
Ыратмай.
Тынғы бирмәй бары шундай
Нужалар –
Беҙҙең менән “ер һеперә”
Хужалар...
Хужаларҙың була юртаҡ,
Сапҡаны,
Һонтоҡ, тиеп, бәкес салғы
Тотҡаны...
– Төшөнмәнем тел төбөңә,
Ағайым.
Ер һеперһә, хужаңа миҙал
Тағайым?
– Миҙалыңды таҡ һин анау
Ҡадирға –
Пенсияға ла сыҡмай эшләр
“Батырға”.
Бер үҙендә өс кешелек
Ҡатырға.
Кенәгәһе – форсат эшһеҙ
Ятырға.
– Оһо, оһо! Ҡадир ағай
шәп икән!
“Тунеядец” миҙалына
Шәт микән?
Рисуайларға, һинән рөхсәт
Һорайым,
Бер “мәҙхиә” әтмәләрмен,
Моғайын.
– Одаларың һуңланы шул,
Ҡустыҡай,
Бракурорға яҙып бирҙем
“Устыҡай”.
Килеп китте әллә нисә
Тикшереү.
Таптылармы, тапманымы
Типтереү?
Беҙҙең хужа хәҙер миңә
Теш ҡайрай.
Хужаһына, тиҙәр дуҫтар,
Биш һайрай:
“Назаровты, – мине, ти икән, –
Күсерәм,
Бер аҙыраҡ эш күләмен
Төшөрәм.
Бынан ары маҙаламаҫ
Һеҙҙәрҙе,
Канторанан ситтә булыр
Күҙҙәре”.
Хужаһының яуаптары
билдәле:
“Хәл ит, – тигән, – Хәлит килмәҫ
Элгәре.
Башлыҡ килһә, мин дә, һин дә
Осорбоҙ,
Тәүарихтар туҙанына
Боҫорбоҙ”.
Шулай, мыртый, хәлдәр әле
Шул бына.
Йәшәү өсөн көрәшәбеҙ,
Шым ғына.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: