+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
1 Август 2022, 15:00

Күркә

Рафиға УСМАНОВА Аҡҡош – күлдә,Бөркөт йәшәгән ерҙә-күктәНи ғәжәп һуң, йәшәгән, ти, бер Күркә.

Күркә
Күркә

Бер көн улар матурлыҡта,
батырлыҡта ярышҡандар,
Батша булыу өсөн ҡаты ғына алышҡандар.
Еңелһә лә, аҫта ҡалып Бөркөттән,
Өҫтә ята тип күргәндәр уны күктән.
Ҡабарынған Күркә күренгәндер, ахыры, батыр,
Ҡарға судъяға ул тойолған хатта Аҡҡоштан да матур.
Шулай итеп, батша булып алған Күркә,
Башҡаларҙы күрмәгән дә, һанап сүпкә.
Аҡҡош һымаҡ пак булмаҡсы, имеш, –
Буялған ул аҡҡа.
Ҡарасҡы төҫөнә кереп, ҡалған Күркә оятҡа.
Бөркөт һымаҡ осоп менмәксе булған ҡаяға,
Йығылып төшөп, үлә яҙған шыяла.
Эй көнләшкән аҡҡоштарҙың бейеүенән,
Шартлай яҙған бер-береһен һөйөүенән.
Балалары сыҡҡан бер көндө Аҡҡоштоң,
Күркә әйткән: «Үләкһә икән бәпкәләре йолҡоштоң».
Аҡҡоштан матур, Бөркөттән батыр һанаған
Үҙенең балалары
Булып сыҡҡан, имеш, тауыҡ себештәре.
Йөҙөп күрһәтмәксе булып күлгә ингән,
Ҡабарынған бүкһәһенә һыу тулған да, батып үлгән.
VVV
Ниҙәр ҡылмаҡ кәрәк: арабыҙҙа һирәк шул
Бөркөт үә Аҡҡоштар.
Уның ҡарауы, донъя тулы үҙ урынын белмәҫ
Шул Күркә һымаҡ йолҡоштар.
Бар шөғөлдәре Аҡҡош һәм Бөркөттәргә
Аяҡ салыу арымай-талмай,
Шуғамы тормошобоҙ бер ҙә алға бармай?

Фото: twitter.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: