+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Август 2022, 11:00

Лилиә ҺАҠМАРҙан шаян шиғырҙар

СӘС ҺӘМ МАТУРЛЫҠ Ҡатындарҙың эштәре күп: Сәс матурлау ни тора?! Көн дә бер яңылыҡ кәрәк, Үҙгәрмәһәң – “бисура”...

Лилиә ҺАҠМАРҙан шаян шиғырҙар
Лилиә ҺАҠМАРҙан шаян шиғырҙар
Оҙон сәс булһа – ҡырҡырға,
Ҡыҫҡа икән – үҫтерәм!
Бөҙрә булһа – турайтырға,
Тураһын – бөҙрәләтәм!
 
Ир-егеткә сәс матурлау –
Кеҫәһендә бер тараҡ!
Түбәләре йылтыраһа
Бөтөнләй ташлай ҡырып...
Зарланмай ҡатын сәсенә,
Ташламай бер ҙә ҡырып,
Гүзәллек өсөн тыуғанға
Түҙә, гел сыға йырып.
Наҙ, мөхәббәт өмөт итә –
Юғалып ҡалмай баҙап:
Серле көҙгөнө күргәндәй
Йәшәй бирә үҙ иренең
Йылтыр башына ҡарап...
 
ТЕЛЕВИЗОР – ТИЛЕ БИҘӘР
Аҡыллынан аҡыллыраҡ
Микән бер төр тилеләр,
Улар, имеш, телевизор
Күрмәй йәшәй тинеләр.
 
Үҙҙәренсә уйлай белә,
Ял итә, эшләй белә,
Ҡыйын саҡта илап ала,
Ҡыуанған саҡта көлә.
 
Беҙҙең тормош мәғәнәле,
Файҙалыраҡмы күпкә?
Башҡалар тормошон ҡарап
Диванда ятып үтһә?!
 
Бала саҡтан хыялланған
Үҙ шөғөлдәрең ҡайҙа?
Теннис, баскетбол, бассейн,
Гитара, урман, тайга...
 
Урланылар, ҡарауыл, тип,
Ҡысҡыра күңел гелән,
Ә “ҡараҡҡа” бер яза юҡ –
Көн һайын йырлай, көлә...
 
Теге “аҡыллы” тилегә
Көнләшергәме инде,
Йыһанды айҡар кешене
Йәнһеҙ “йәшниктәр” еңде.
 
Телевизор – йылтыр йәшник,
Тиле биҙер уйынсыҡ.
Һин ҙур үҫтең, бала түгел,
Уйынсығың ташла, сыҡ!
 
ИНТЕРНЕТ БӘЛӘҺЕ
 
Интернетта ғәләмәт әй,
Әҙер һәр кемгә тәтәй...
Тик бешерергә ҡуйылған,
Картуф ҡына уйлап тормай,
Һыуы ҡалмағас бүтән,
Хатта майы булмаһа ла,
Ҡурыла башлай, түтәй...
 
ЙӘЛЛӘП ҠУЙҘЫМ
 
“Синыфташтар” селтәренән
Белдем әле яңылыҡ:
Ирем бергә уҡыған бит
Йәштәр менән, вәт ҡыҙыҡ!
Иремә ҡырҡ тулып уҙҙы,
Ул ҡыҙҙарға саҡ утыҙ!
Нисә йыл “күсмәй ултырған”
Бер синыфта, бахыр, тиеп,
Иремде йәлләп ҡуйҙым...
 
ТАУЫҠ ШАТЛЫҒЫ
(мәҫәл)
Бер тапҡыр ҙа түрә булып ҡарамаған,
Ҡарар ҡабул итеүҙәрҙе аңламаған,
“Эйе” һәм “Юҡ” араһында аҙамаған,
“Ҡотоп” менән “өмөт” юлын һанламаған,
Бөгөн һүгә интернетта түрәләрҙе,
Бөттө, шиңде, юғалды тип, түрә кәре,
Әйтерһең дә түрә уның һөйгән йәре:
Йә яратам, йә яман һүҙ әйтәм хәҙер.
Әйтерһең дә ул түрәнең берҙән-бере,
Уның ғына һүҙе менән түрә тере,
Әйтерһең дә тик Ул әйтә халыҡ һүҙен,
Кетәктәге тауыҡты ла күрә күҙе...
 
Хыялы бер ул тауыҡтың – күкәй һалыу,
Аҙаҡ ғорур кетәгенә менеп баҫыу,
Төштәрендә генә бейек осоп ҡарау,
Өй башына күтәрелһә әле ярай.
 
Тауыҡ күрә кетәгенән һарай эсен,
Ҡарар ҡабул итә гелән үҙе өсөн,
Һыйыр, һарыҡ, кәзә нисек йәшәһә лә,
Иҫе китмәҫ, тауыҡ түкмәҫ хәләл көсөн.
Әммә көн дә ҡыт-ҡытҡылдап хәбәр түгер:
“Күпте күреп, күп уйлаған түрә түгел,
Халыҡ өсөн күп тырыштым әле үҙем!”
Халыҡ тыңлар Тауыҡ түгел, Түрә һүҙен
Ишетер тик күп исергән халыҡ ҡына,
Ишетмәгән булыр түрә һүҙен бары тауыҡ ҡына,
Ҡыт-ҡытҡылдар бер күкәйен һалып ҡына!
 
АРТ ҺАН ДА МӨҺИМ
 
Бик күренеп тормаһа ла
Файҙаһы күп, туғандар,
Йүләргә Аҡыл бирәләр,
Кәрәк урын булғанға.
Сирләгәндә – дарыу инә,
Иҫәр саҡта аҡыл инә.
Ултыр, тиҙәр, ҡыҫып ҡына,
Артыҡ һүҙҙәр сыҡты ниһә.
Эш боҙғанда тәртиплеләр
“Арт һабаҡты уҡыттыра”,
Уға урын тапмағанда
Мажараға юлыҡтыра.
Уйлай китһәң арт һанға ла
Эш, дәрәжә тулып тора...
 
 
Х Х Х
Ишеттем дә бер ишәктең
Ҡысҡырғанын,
Һай, афарин, йырлайһың бик матур, тинем,
Ә ишәгем бит ышанған һүҙҙәремә –
Ҡысҡыра ул инде көн дә
Ҡолағыма яҡын килеп!
 
АУЫР АЛМАҒЫҘ,ИРҘӘР!
 
Ҡатындар һүҙ көрәштерһә
Ауыр алмағыҙ, ирҙәр!
Ярашырға теләгәндәр
Тап шулай итә, белһәң.
Ярашҡыһы килмәгәндәр,
Һүҙ әрәм итмәй һеҙгә,
Бер һүҙ менән олаҡтыра
Кеше йәшәмәҫ ергә!
 
 
Х Х Х
Иҫәр менән иҫәр булғың килһә,
Ул ни әйтә, шуны үтәү етә.
Иҫәр ҡоторғанда “һыу уртлауы”-
АҠЫЛ, әммә бәғерҙәрҙе өтә.
 
КЕМ ТАУЫҠ?
 
Тауыҡ менән сағыштыра
Ҡатынды бәғзе ирҙәр,
Үҙҙәрен күр:
Ҡураһынан
Йөҙ метр ары киткәс,
Аҙашҡан бер тауыҡ кеүек,
Ем биргән һәр ялбырбашҡа
Йүгерәләр, ҡыт-ҡыт килеп,
Мин – яңғыҙ, яңғыҙ, тиеп...
 
 
Х Х Х
Иҫәр менән иҫәр булма,
Әйтте башҡорт мәҡәле,
Шул мәлдә һаңрау ҡалырға
Бер кем дә өйрәтмәне...
 
ЙӘЛЛӘЙЕК ӘЛЕ, ҠЫҘҘАР
 
Егеттәр хәле мөшкөл, тип,
Йәлләйек әле, ҡыҙҙар:
“Күңел тартмай”, йә “теш үтмәй”,
Тиеп зар илай улар.
Йә сибәр, йә аҡылһыҙбыҙ,
Һүҙ әйтергә ҡыймайбыҙ,
Ҡай беренең салбырының
Кеҫәһе “тар”, һыймайбыҙ...
Кибеттәге кәштәләрҙә
Ҡурсаҡтай ултырмайбыҙ,
Нисек теләй, шулай булып,
Ҡалъялар тоттормайбыҙ...
Бигерәк ҡыйын егеттәргә,
Йәлләйек әле бер аҙ!
Беҙгә бик күп кәрәк түгел,
Уларға ғына гел әҙ.
 
ҺОРАУ
Шундай ауыр хәлдәрҙән дә
Сығыу юлдарын беләм,
Ошо хәлгә инеү юлын,
Ҡайҙан таптың һуң, тиле, тип,
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: