+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
6 Август 2022, 10:00

Ҡиммәтле кәңәш

Өс-дүрт айға сәйәхәткәКиткәйне ирем Латип,Бер аҙна үттеме, юҡмы,Ашығыс төштө ҡайтып.

Ҡиммәтле кәңәш
Ҡиммәтле кәңәш

ула бит шундай хәлдәр ҙә,
Йә, ишетмәһәң, ишет:
Теплоходтан океанға
Ҡалған һикереп төшөп!

Күр әле дыуамаллығын,
Күр әле нишләгән бит,
Хатта бер аяҡ бармағын
Акула тешләгән бит!

Ышанһағыҙ, ышанығыҙ,
Һис тә түгелдер ялған,
Ике салбар балағын да
Крокодил йолҡоп алған!

Ҡолаҡтан да ҡағыуың бар
Ошо шыр диуананан –
Африканан өйгә тиклем
Юлбарыҫ ҡыуалаған!..

Етмәһә, ҡайтып еткәстен
Йәнә бер бәлә сыҡҡан:
Кәзәбеҙ, танымайынса,
Тегене һөҙөп йыҡҡан!

– Телеграмма һуҡһам, –
ти был, –
Йә етмәҫ ине килеп,
Ныҡлап һөйләшергә булдым
Йәнә үҙеңде күреп.

Иң мөһим кәңәште һиңә
Китмәгәнмен, – ти, – биреп:
Ҡара уны, – ти, – “Һәнәк”кә
Яҙылыу керһен ғәҙәткә,
Онота күрмә берүк!

Наян ШАЯНБАЙ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: