+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
10 Август , 10:00

Рәйес БАЙГИЛДИНдан сатирик һәм юмористик шиғырҙар

Телефон бәләһе Телефон хәҙер донъяла Иң беренсе урында. Һиндә лә бар, миндә лә бар, Хатта бала ҡулында.

Рәйес БАЙГИЛДИНдан сатирик һәм юмористик шиғырҙар
Рәйес БАЙГИЛДИНдан сатирик һәм юмористик шиғырҙар

Туғандарҙы күрмәһәк тә,

Һөйләшәбеҙ туйғансы.

Йыш күрешеп тора инек,

Телефондар булғансы.

Хаттар яҙышып тормайбыҙ,

Бүләктәр бирешмәбеҙ.

Тик телефон аша ғына

Теләктәр беҙ теләйбеҙ.

Телефондан мөмкин хәҙер,

Ҡыҙ менән танышырға.

Урамға ла сыҡмай ғына

Була бит осрашырға.

Шулай мин дә интернеттан

Бер ҡыҙ менән таныштым.

Адресты ла, һүрәтте лә

Интернеттан алыштыҡ.

Шулай байтаҡ ваҡыт үтте,

Беҙҙең танышыуҙарға.

Һөйләшеүҙәр барып етте

Хатта ҡауышыуҙарға.

Шулай бер көн экранымда

-СМС-ка күренде.

Ҡасан килеп алаһың һин?

Ауырлымын бит инде!

 

Муйын

Ир – баш, ҡатын муйын тигән,

Әйтем йәшәй халыҡта.

Муйында баш әле йәшәй,

Баш аҡылһыҙ булып та.

Шуға күрә күп үлтереш,

Муйынға тура килә,

Ҡатын-ҡыҙҙың уҫаллығын

Хатта дошман да белә!

 

Ҡурҡыныс төн

Ҡараңғы төн, егет ҡыҙын

Оҙатырға тип китте.

Ҡыҙҙың өйө йыраҡ түгел,

Йәштәр тиҙ килеп етте.

Егет ҡыҙына өндәште:

- Төн бик ҡараңғы, иркәм,

- Бер үҙем ҡайтырға ҡурҡам,

Ҡуна ҡалырға микән?

Ҡыҙ өндәште: – Мин дә һиңә

Әйтергә тора инем.

- Мин дә ҡурҡып торамын бит,

Йоҡларға, ти, бер үҙем.

Ҡараңғы төн ҡыҫҡа булды,

Бик тиҙ таңдары атты.

Шулай ҡурҡаҡ ике йөрәк

Төнөн йоҡламай ятты!

 

Ҡырын ай

Ейәнем менән ултырам,

Кис ҡапҡа төптәрендә.

Аптыратып бөттө инде

Гел һорау телдәрендә.

Көтөү төшкән ваҡыт ине,

Ейәнем һорау бирә:

- Ниңә ул кәзәләр алдан,

Һыйырҙар арттан килә?

Ниңә һуң ул йондоҙҙар күп,

Ай ниңә берәү генә?

Ниңә көндөҙ күренмәйҙәр,

Кискә табан күренә?

Бөгөн тағы ултырабыҙ,

Ейәнем һорау бирҙе.

Күктәге тулы булмаған

Ай ҡыйырсығын күрҙе.

- Олатай, бөгөн айыбыҙ,

Ниңә, – ти, ҡырын ятҡан?

Улай ятмай торған ине,

Әллә араҡы ҡапҡан!

Фото: zen.yandex.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в