+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Август 2022, 11:30

Ишәк

(Мәҫәл) Ҙур түрә итте ИшәктеАрыҫлан, биреп фарман.Үҙен өҫтөн тойҙо Ишәк,Әлбиттә, башҡаларҙан.

Ишәк
Ишәк

Иләмһеҙ йыуан танауын
Күккә сөйөп ебәрҙе.
Ресторанда ултырғанда
Ҡаптырҙы бер сибәрҙе.

Ҡыҙа төшкәс, әй, маҡтанды –
Ул иң ҡөҙрәтле түрә!
Ерҙә кем бар – бөтәһен дә
Үҙенән түбән күрә.
Теҙләндерәм Филде лә, ти,
Арыҫлан да – мушкала,
Күрһәтмә бирә алам, ти,
Һауалағы ҡошҡа ла...

Ишетеп торҙо һүҙҙәрен
Күршеһе Ала Ҡарға,
Арыҫланға еткерергә
Осто ул йән-фарманға.

Арыҫландың ҡулы ҡаты,
Торманы мамыҡ түшәп –
Иртәгеһен айнытҡыста
Уянды беҙҙең Ишәк.
***
Һәр кемдең үҙ урыны бар,
Ғүмер шулай үтә ул.
Ишәкте батша итһәң дә
Ишәклеген итә ул.

Радик МӨСЛИХОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: