+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
14 Август 2022, 13:30

Ҡарт айыу

(Мәҫәл) Һәр кемгә лә хас бер заман ҡартайыу.Батша ине ҙур урманда ҡарт Айыу.Тотто Айыу бар урманды ҡулында.

Ҡарт айыу
Ҡарт айыу

Көндәштәре осраһалар юлында,
Тирә-йүнде дер һелкетеп үкерҙе,
Ҡайһыларын хатта һуғып үлтерҙе!..
Һайыҫҡандар үә ярандар уйынса,
Ни эшләнһә, урманда ни ҡылынһа,
Бар ҙа Айыу исеме менән бәйләнгән!
Ул – ҡөҙрәтле! Ул даһиға әйләнгән!..
Һайыҫҡандарҙы Айыу бик ярата,
Сөнки улар һәйбәт хәбәр тарата:
“Дәртләндерә, илһам бирә ҡарт Айыу,
Ҡайҙа уға, ҡайҙа әле ҡартайыу!”
”Ҡайғыһынан тәғәм ризыҡ ҡабалмай –
Бер йәш Тейен үҙ ҡыуышын табалмай...
Кем табышты? Айыу инде, ҡарт Айыу!
Ҡайҙа уға, ҡайҙа әле ҡартайыу!”
“Һуҡыр сысҡан ер аҫтынан юл һалған,
Хатта йылға төбөн соҡоп сығалған...
Кем көс бирҙе? Айыу инде, ҡарт Айыу,
Ҡайҙа уға, ҡайҙа әле ҡартайыу!”
“Тиҙерәк бала сығарырға ашыға –
Ҡарға оя ҡорҙо ағас башына...
Тәүге сыбыҡты кем һалды? Ҡарт Айыу!
Ҡайҙа уға, ҡайҙа әле ҡартайыу!”
“Һай, булдыҡлы, ятҡырмаған сүп итеп,
Терпе бәшмәк әҙерләгән күп итеп...
Хәстәрлектә кем үрнәк һуң? Ҡарт Айыу!
Ҡайҙа уға, ҡайҙа әле ҡартайыу!”
“Өҙҙөрөптәр һайрай һары һандуғас,
Һары талға ҡунып, алһыу таң тыуғас...
Кем өйрәткән? Һуң, кем булһын – ҡарт Айыу!
Ҡайҙа уға, ҡайҙа әле ҡартайыу!”
“Сылтыр-сылтыр сылтырап шишмә аға,
Ағырға кем фатиха биргән уға?
Һуң, әлбиттә, Айыу инде, ҡарт Айыу!
Ҡайҙа уға, ҡайҙа әле ҡартайыу!”
“Бар тереклек көтөп алды ямғырҙы.
Тәүге тамсыны кем һуң тамдырҙы?
Һуң, билдәле, Айыу инде, ҡарт Айыу,
Ҡайҙа уға, ҡайҙа әле ҡартайыу!”
“Ул әйткәнсә үҫә барса ағастар –
Ҡайын, йүкә, уҫаҡ, тал, алмағастар...
Бик мул уңыш бирҙе балан, миләштәр –
Файҙа итте Айыу биргән кәңәштәр”.
Ваҡыт еткәс, ҡоштар осто көньяҡҡа.
Һайыҫҡандар хәбәр итте был хаҡта:
”Айыу ярҙамында был эш ҡылынды,
Уның ҡөҙрәтенән көньяк йылынды!”
“Айыу ҡөҙрәте менән ал таң ата –
Ул донъяға йәшәү нуры тарата!..”
Әммә һәр нәмәнең була ахыры –
Бер көн Айыу аяҡ һуҙҙы, бахырың.
Ә урманда тормош гөрләй – туҡтамай.
Тик Айыуҙы инде бер кем хупламай.
Исемен осло ҡаҙыҡҡа эләләр.
Ул ғынамы?! Мәҙәк һөйләп көләләр...
***
Ниңә, дуҫтар, үҙебеҙҙәй кешене,
Бар, тип, чины һәм шөһрәтле исеме,
Түрҙә саҡта Аллаһ итеп күрәбеҙ,
Түрҙән төшкәс, ихахайлап көләбеҙ?!
Хәйер, сәбәбен беҙ яҡшы беләбеҙ...

Ҡыям УРМАНШИН.

Фото: goodfon.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: