+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
15 Август 2022, 17:30

Васыят

Зыярат янынаКатафалк туҡтаны.«Тағы кем китә?» – типМуйылдар һыҡтаны.

Васыят
Васыят

Көтөпмө торғандар –
Ҡәбере ҡаҙыулы,
Өҫтөнә ҡуйырға
Ташы бар яҙыулы:

Тыуған йыл, үлгән йыл,
Тар һыҙыҡ арала.
Шунда бар ғүмерҙең
Һыйғанын самала.

Яҡшыһы, яманы
Шул һыҙыҡ эсендә.
Ә һыҙыҡ – ул минус,
Уҡылған исемдә.

Шул минус баһамы
Йән биргән әҙәмгә?
Ә минең йәшәүҙе
Кем һанар әрәмгә?

Ғүмерем буйына
Мин хаҡлыҡ эҙләнем,
Тик плюс яғында
Ғәҙеллек бизмәнем.

Бер ваҡыт минең дә
Ғүмерем ҡыйылыр,
Ҡәберем өҫтөнә
Шундай таш ҡуйылыр.

Тыуған йыл… үлгән йыл…
Уртала шул минус.
Васыят ҡалдырам,
Васыят – ул бурыс.

Дөрөҫөн яҙырға
Ҡысыһа ҡулығыҙ,
Таштағы минусты
Плюс итеп ҡуйығыҙ!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: