+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
16 Август 2022, 17:30

Ҡырмыҫҡа үә кеше

(Бәхәсле фекер) Ҡырмыҫҡалар үҙҙәренәнАуыр йөк күтәрәләр,Ә күтәрә алмаһалар, Бергәләп этәрәләр.

Ҡырмыҫҡа үә кеше
Ҡырмыҫҡа үә кеше


Әммә тейешле урынға
Барыбер еткерәләр,
Ә бит улар – бөжәк кенә,
Сибектәр, кескенәләр...

Беҙ, – кешеләр, –
бәһлеүән зат,
Күпме йөк күтәрәбеҙ?
Юҡ, үҙебеҙ күтәрмәйбеҙ,
Бүтәнгә этәрәбеҙ.

Үҙ йөгөңдө үҙең ташыу –
Әҙәми затҡа ят ул.
Кеше – көслө зат түгел ул,
Кеше – хәйләкәр зат ул!

Рәдиф ТИМЕРШИН.

ҺЫРА
Эй, был һыра, был һыра
Ирҙәр ғүмерен ҡыра,
Шул һыраны һатмаҫҡа
Табырға ине сара.

Шул һыраны эсәләр
Хатта ауырлы бисәләр.
Һыра һатҡан аҡсаға
«Ҡалыная» бит кеҫәләр.

Исемен дә табалар бит:
«Ирҙәр өсөн әкиәт».
Өс литр һыра эскәс,
Аҡылың булыр бәләкәс.

Күҙең киткән күгәреп,
Эсең тора бүлтәйеп.
Һыра һемерә торғас,
Берәү ята туңҡайып.

Был донъяға ни булды?
Барыһы ла эсә һыра…
Шул һыраны һатмаҫҡа
Табырға ине сара?!

Зәкиә ХӘЙРЕТДИНОВА.

Фото: zabavniks.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: