+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
17 Август 2022, 17:30

Көйә

Әсхәр КӘШФУЛЛИН (Лирик сатира) Көйә төшкән яңы тунға –Әбейем һуҡрана,Ҡәһәр генә һуҡһын, ти ул,Теткән яғаларын да.

Көйә
Көйә

Яуыздар, тип тетә әбей
Тегеләрҙең тетмәһен...
Ә мин әйтәм: «Туны бер хәл,
Күңелдәргә төшмәһен!»

Күңелдәргә төшһә көйә,
Йән тыныслығын урлай,
Йәнеңде эстән кимерә,
Әрһеҙ бесәйҙәй тырнай.

Ә тун нимә? Кибет тулы –
Тотаһың да алаһың.
Тик күңелдең генә бына
Табып булмай яңыһын.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: