+14 °С
Облачно
Шиғырҙар
20 Августа 2022, 05:00

Ниңә һыйыр бесән сапмай?

Һыйырҙың бит башы ҙур,Бесән тураһында уйламай!?Бесән тиеп уйлай торғас,Аҡылдарым буйламай...

Ниңә һыйыр бесән сапмай?Ниңә һыйыр бесән сапмай?
Ниңә һыйыр бесән сапмай?

Йә ҡоролоҡ уны көйҙөрә,
Йә ташҡыны уны йөҙҙөрә.
Эшкинмәгән көтөүселәр,
Һәүкәштәрҙән һөҙҙөрә...
Ниңә һыйыр бесән сапмай?...
Үҙемдең бит ялҡау килә!
Салғыны уйлап сығарған,
Ниндәй икән бер ғиллә?...
Ҡаймағын мин яратам!...
Итен ашап туя алмайым!...
Ниңә һыйыр бесән сапмай?
Берҙә генә бит оялмай...
Һыйырҙың бит башы ҙур,
Бесән тураһында уйламай.
Бесән сапҡан кешеләрҙе,
Миҙал биреп ҙурламай...

Һин шәпме лә,
мин шәпме

Һин шәпме лә мин шәпме,
Әйҙә, йәй, ярышайыҡ.
Уңғанлыҡта, таһыллыҡта
Көстәрҙе һынашайыҡ.
Һин сабып уҙып бараһың,
Етеп тә булмай ҡыуып.
Мәлендә эш ҡыйратмаһаң,
Ултыр маңлайың ыуып...
Ямғырыңды йәлләмәнең,
Бесәндәрең мин буйы.
Араһынан йөрөп булмай,
Бесәнең шундай ҡуйы!
Күңел һалып эш эшләргә
Бер ҡасан да һуң түгел.
Ҡорос беләк егеттәргә
Бесән эшләү моң түгел.
Бер алғанда мин һелтәйем
Һәнәк менән күбәне.
Эшкә бешкән егеттәргә
Ул бесәнең түҙәме?
Ял йорттары кәрәк түгел,
Сабынлығым - гөл баҡса!
Шәп егеткә бесән эшләү -
Ике тин дә бер аҡса!
Берәү йәйҙәрҙә ял итә,
Берәү эшкә баш түбән....
Ошо йәйҙең матурлығын
Йәйге эштәрҙә күрәм.

Марсель ХАММАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас