+18 °С
Облачно
Шиғырҙар
21 Августа 2022, 08:00

Ҡыуыҡ осороу

Марат КӘРИМОВ Һәр кем белә сүп-сар ғәйбәтЮҡтан ғына тыумағанын.Ана Сәйҙә тартып сыҡтыТәгәрмәсле сумаҙанын.

Ҡыуыҡ осороуҠыуыҡ осороу
Ҡыуыҡ осороу

Ә күршеһе Йәмлихәгә
Шуны күреү етә ҡалды,
Урынынан һикереп тороп
Телефондан хәбәр һалды:

– Ало! Ало! Өммөгөлсөм,
Бер сер әйтәм, тыңла тәүҙә:
Әле генә әйбер тейәп
Өйөн ташлап китте Сәйҙә.

Бар донъяһын ҡалдырырға
Ниндәй сәбәп тыуҙы икән?
Әйтергә лә тел әйләнмәй,
Әллә ире ҡыуҙы микән?

Cерҙәштең дә серҙәше бар,
Сер булғанда һөйләшеү бар.

– Ало! Ало! Бибиғәйшә,
Әйтер һүҙем түгел тиктән:
Фәрештәнең фәрештәһе
Сәйҙә, ана, уйнаш иткән!
Ярай әле ире һиҙеп
Урынында тотоп алған,
«Хәҙер бәреп үлтерәм!» – тип
Тегеләрҙең ҡотон алған.

Сер һыймай тик бер ауыҙға,
Сер тарала бар ауылға.

– Ало! Ало! Бибиәсмә,
Әле торам уттар йотоп:
Сәйҙәне төн буйы ире
Баҫтырған, ти, суҡмар тотоп.

Ҡыуып етеп туҡмаған, ти,
Ҡара ҡанға батырғансы.
Сәйҙә, меҫкен, ни эшләһен,
Иҫһеҙ ятҡан яҡтырғансы.

Сер ҡыуығы бара-бара
Эй ҡабара, эй ҡабара.

– Ало! Ало! Хәйернисә,
Шатланайыҡ әле бергә:
Сәйҙә ирен ултыртҡан, ти,
Шул кәрәк ул яуыз иргә.

Үҙе балниста ята, ти,
Хәле бигерәк ауыр икән.
Врачтар шик белдергән,
Ул оҙаҡҡа барыр микән?

Cерҙең барҙыр шундай сере –
Ул әйләнеп ҡайта кире.

– Ало! Ало! Йәмлихәме?
Cерләшергә һин бар әлдә.
Ҡайғыбыҙ ҙур: әле генә
Йән биргән, ти, күршең Сәйҙә.

Әҙәм рәтле көн итергә
Тора ине башлап ҡына.
Инде йәннәт дачаһында
Йөрөр хөрмә ашап ҡына.

Кисерегеҙ, серҙәр ебен
Оҙонғараҡ һуҙалманым.
Ана Сәйҙә ҡайтып керҙе
Һөйрәп баҙар сумаҙанын.

Шартланы был сер ҡыуығы,
Был шартлауҙың шул ҡыҙығы:

Йәмлихәнең ауыҙы ҡыйыш,
Йәмлихәнең күҙҙәре шар.
Ярай әле сер һөйләргә
Яндарында телефон бар.

Был юлдарҙы яҙыусының
Һығымтаһы ҡыҫҡа ғына:
Тиҙҙән шаһит буласаҡбыҙ
Яңы ҡыуыҡ осҡанына –

Шартлап юҡҡа сығыр өсөн,
Миңә яңы шиғыр өсөн.

Фото: proza.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас