+3 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шиғырҙар
26 Августа 2022, 13:30

Бөркөт һәм тауыҡтар

(Мәҫәл) Күктә,Бик бейектә,Иркенлеккә кинәнеп,Ҡанаттарын киң йәйеп,Оса торғас, БөркөтАғасҡа ҡунған килеп.

Бөркөт һәм тауыҡтарБөркөт һәм тауыҡтар
Бөркөт һәм тауыҡтар

Быға нимә тиһең?
Күк батшаһы өсөн
Был – түбәнлек инде, әлбиттә.
Бөркөт ҡаяға ҡуна ғәҙәттә.
Ник улай иткәндер, кем белһен?
Бәлки, ял итәһе килгәндер,
Һәр хәлдә
Ник икәнен үҙе белгәндер.
Бер аҙ ултырғас та,
Ҡунған икенсе ағасҡа.
Быны күреп, бер Тауыҡ,
Тын торған да берауыҡ,
Саҡырған дуҫ-иштәрен:
“Китә, – тигән, – иҫтәрем!
Ниңә бөркөттәрҙе маҡтайҙар?
Башҡа маҡтарлыҡ
ҡош тапмайҙар.
Бөркөттәрҙән юҡ кәм еребеҙ,
Ҡоштарҙың бер аҫыл төрө беҙ!
Юҡ Бөркөттән
айырмабыҙ-арабыҙ –
Ағасҡа бит беҙ ҙә ҡуна алабыҙ!”
Бөркөт тыңлап торған,
Уҫал тамаҡ ҡырған:
“Болоттарға тейһә лә түбәм,
Төшә алам аҫҡа бик түбән,
Ә бына һеҙ, сығып оянан,
Ҡуна алаһығыҙмы ҡаяға?!”
VVV
Һүҙ йөрөткәндә талант хаҡында
Ҡыҙыҡ ҡына әҙәм заты ла:
Таланттарҙан эҙләй кәмселек,
Мәжбүр итә быны көнсөллөк.
Әммә быға ҡарап
Талант булмай харап!

Бикмәт ХИКМӘТОВ.

Фото: abbynews.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас