

Бейек тауҙың баштарында
Үҫә икән ҡарағас.
Магазинға барған инем,
Ҡайтып киттем яланғас.
Мәскәү тигән ҙур ҡаланың
Таш икән урамдары.
Һайлау етһә, илде күмә
Сәйәсәт бурандары.
Алдарын алға манам,
Гөлдәрен гөлгә манам,
Уҡы, иркәм, банкирлыҡҡа,
Һин банкир булһаң, барам.
Ағиҙел буйына төшһәм,
Иҫерәм еҫтәренә,
Химзаводтағы йәремде
Төшөрәм иҫтәремә.
Бар ине һөйгән егетем –
Вузда биш йыл уҡыған,
Мине генә түгел, илде
Ташлап ҡасты, суҡынған!
Әй, дуҫҡайым, беләһеңме
Минең күңелем нисәүҙә?
Береһе – киллер, береһе – дилер,
Береһе – рэкетир, әйкәйем,
Ә йәмғеһе – бишәүҙә!
Беҙҙең йылға тар икән,
Ике сите яр икән.
Күпер һалғандар тип торам –
Кисә яуған ҡар икән!
Әй, дуҫҡайым, киреп тарт һин
Гармуныңдың күреген.
Ирем эш табалмай, бөгөн
Һатып эскән бүреген.
Өфө тараҡтары менән
Сәсемде тарайымсы,
Әйбер алһам, аҡсам етмәй –
Туйғансы ҡарайымсы.
Һандуғастар баҫып һайрай
Улица канауына.
Иҫем китә түрәләрҙең
Дәүләтте талауына.
Анау килгән машинаның
Ултыр алдағыһына.
Фатирға тип аҡса йыйһаң,
Тик алданаһың ғына.
Баҡсала гөлдәр бар икән,
Ҡыҙыл микән, ал микән?
Застой йылдарын тағы бер
Күрер көндәр бар микән?
Һыйыр ат булып кешнәне,
Ҡойроғон бора торғас,
Илде емереп бөтөрҙөк
Яңыһын ҡора торғас!
Ғәҙелйән ХАҠОВ.
Фото: placepic.ru