Быйылғы йәй йәмле булды бигерәк,
Эҫе көндәр гел дә тиерлек.
Иҫтәлеккә ҡалды йылы хистәр,
Иҫкә алып ҡышын һөйләрлек.
Гөл-сәскәле, мәтрүшкәле йәйҙе
Рәхмәт әйтеп оҙатайыҡ бөгөн беҙ.
Көҙҙәрҙән дә йәмдәр табып йәшәйек,
Бойоҡмаһын әле күңелебеҙ!
Көҙҙәрҙә лә йәйҙәрҙәге кеүек,
Балҡығанын теләйем йөҙҙәрҙең.
Һөйөнөстәр, бәхет алып килһен
Һәр тыуаһы көнө көҙҙәрҙең!
Гөлфиә ҒИЗӘТОВА.
Фото: stihi.ru