

Беҙҙең һиңә үпкәбеҙ юҡ –
Емештәрең мул булды.
Урып-йыйыу иртә бөттө,
Ямғырһыҙ ғына уҙҙы.
Рәхәтләнеп һыуҙар индек,
Ҡояш ҡыҙҙырҙы иртән.
Июндәге һыуыҡ көндәр
Булманы әле бүтән.
Бешкән алма менән бергә,
Алмағас сәскә атты.
Ҡояш һуңғараҡ уянып,
Йоҡларға иртә ятты.
...Август айы, хуш, иҫән бул,
Осрашырбыҙ әле тағын!
Һинең тәмле емештәрҙән
Ҡорорбоҙ ҡышҡы табын.
Фәйрүзә САЯПОВА.
Фото: fotoload.ru