+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шиғырҙар
31 Августа 2022, 12:00

Шул тиклем дә сабыр...

“Юҡтырһың да, Аллаһ!...                               Әгәр булһаң,Сабыр итмәҫ инең                               был эшкә...”Мәжит Ғафури.1915. Мар. САЛИМ Беҙ йәш саҡта клубтарҙа, ҡыҙыл байраҡтар тотоп, “аллаһыҙ” олатайҙар һөйләй торғайны нотоҡ:

Шул тиклем дә сабыр...Шул тиклем дә сабыр...
Шул тиклем дә сабыр...

– Кешенең
яҡты яҙмышы
бары тик үҙ ҡулында.
Һәр кем өлгәшер уңышҡа
тырыш хеҙмәт юлында!
Беҙ ҡартайғас,
мәсеттәрҙә
мулла ейәндәребеҙ
аңлаталар,
тиҫбе тартып,
килтереп бөтә шартын:
– Бәндәләрҙең яҙмыштары
тик бер Хоҙай ҡулында.
Һәр кем табыр
үҙ бәхетен
фәҡәт мәсет юлында!
Олатайҙар һәм ейәндәр...
Кемгә ышанырға белмәй
өҙгөләнә күпме йәндәр...
Ә мин иһә
бындай мәлдә –
шундай хәлдә:
буш һүҙҙәргә ышанмайым;
вәғәҙәләрҙән иҫереп,
шашынмайым.
Тәмле телдәрҙең алдарға
тырышыуҙары бушҡа,
мин һәр саҡ айыҡ ҡарайым
ерҙәге бар булмышҡа.
Сөнки мин йәшәгән тормош –
ул беҙҙең ысын яҙмыш.
Үҙ башымдан кисерҙем мин
күп нәмәне.
Олатайҙар һөйләгәндең
дөрөҫкә сыҡты күбеһе,
ләкин үҙенә яҙманы
халыҡтың
хеҙмәт емеше.
Ярар инде,
был мәсьәлә торһон ҡалып,
үткән эшкә – салауат,
тип әйткәс халыҡ,
уҙғанды
пыр туҙҙырмайыҡ;
үлгәндәрҙе әрләп бөгөн
табуттарҙы ҡуҙғатмайыҡ;
үткәндәрҙе хурлай-хурлай
яраларҙы ҡуҙғытмайыҡ.
Хәҙергеһенә ҡарайыҡ
күҙҙәребеҙҙе асып
һәм ап-айыҡ.
Шул сағында беҙ күрербеҙ
(аңлар хатта бик күбебеҙ):
беҙҙең бөгөнгө көнөбөҙ
Аллаһ хөкөмөндә түгел,
шайтан ҡулында төҫлө;
кеше яҙмышын хәл итә
кем бай
һәм дә кем көслө.
Ҙур урындарҙа ултырған
бәләкәй башлы бәндәләр,
Аллаһ урынына ҡуйып
үҙ-үҙҙәрен,
Ҡөрьән сүрәһендәй ҡабатлайҙар
ялғанлыҡтан үргән
һүҙҙәрен.
Донъябыҙға
ҡанһыҙ, ҡомһоҙ,
йәнһеҙ, йүнһеҙ
түрә-ҡара
хужа булған был заманда
ябай кешеләр тормошо
ауыр ҙа
һәм яман да.
Быуаттар буйы
дөрөҫлөк
эҙләгән әҙәм балаһы
таба алмай уны әле
һаман да.

Ер йөҙөндә
ғәҙел тормош көткән,
гел яҡшыға
һәм яҡтыға
өмөт иткән
тоғро Аллаһ ҡолдарына
ярҙам ҡулын
кем һуҙыр?
Президент йә королме?
Ә, бәлки, берәй...
“туз”дыр?!
Кемдән көтөргә ярҙам?
Хужанан?
Йәки байҙан?
Юҡ,
бары тик Хоҙайҙан!
Йә Хоҙа!
Ярҙам ит, зинһар,
юғалһын беҙҙең моң-зар...
Ярай әле
Аллаһы үҙ балаларын
ситкә типмәй,
яҡын күрә,
үҙ итә.
Шуға,
гонаһлы эштәргә
күҙ йомғандай,
сабыр ғына
был донъяны
күктән ҡарап күҙәтә.
Бай-түрәләр кеүек осонмай,
кеше тормошона ҡыҫылмай,
сит яҙмыштар менән уйнамай,
яуызлыҡтар менән янамай –
йөҙ йыл,
мең йыл
шундай тыйнаҡ Ул.
Шул тиклем дә сабыр булыр икән!
Хас Рәсәй халҡы һымаҡ Ул.

Фото: marsalim.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас