

Ҡунағыбыҙ ялындырмай
Һалғанды йотоп ҡуя,
Яңылыш ҡына бисәкәйҙең
Биленән тотоп ҡуя.
Комплименттар әйтә-әйтә
Ҡат-ҡат теҙ сүккән була,
Ҡат-ҡат теҙ сүккән була ла
Аяғын үпкән була.
Ҡарап тороу бигерәк ҡыҙыҡ:
Бисә ауыҙы йырыҡ,
Ҡунаҡ күңелен күргән булып
Әй көлә шырыҡ-шырыҡ.
Ашҡа алып, сирттем буғай
Уның нескә ҡылына,
Ағайығыҙ түрәбеҙҙең
Әйләнде уң ҡулына.
Миңә ышанып тапшыра
Иң яуаплы эштәрен,
Командировкаға китәм,
Аҫып сәфәр биштәрен.
Алыҫ ерҙәрҙә йөрөйөм
Юл саңын иҙә-иҙә.
Ҡайтҡан һайын нимә күрәм:
Түрәбеҙ минең өйҙә.
Бының, тимен, бисәгә лә
Ихтирамы ҙур икән.
Шундай түрә булғанына
Шөкөр итеп тор икән.
Ә бер ҡайтһам, ҡағыҙ ята,
Бисәкәй нимә тигән:
«Мин түрәңдең ҡуйынында,
Мине эҙләмә!» – тигән.
Хәҙер түрә халҡын күрһәм,
Асыуҙан ташам ғына.
Улар менән дуҫлашмайым,
Тик дошманлашам ғына.