+14 °С
Облачно
Шиғырҙар
6 Сентября 2022, 05:00

Көҙ килде

Көҙгө көндәр һалҡынайта, Әкрен-әкрен һалҡын ҡайта... Көн үҙгәрә, үҙһүҙләнә, Яҡты донъя төҫһөҙләнә...

Көҙ килдеКөҙ килде
Көҙ килде

Зәңгәр күк тә болотлана,

Йәшеллек тә тоноҡлана...

Тышта еүеш... Күшектерә...

Нишләптер тиҙ өшөттөрә...

 

Нисек кенә күнегергә?

Иң яҡшыһы – төрөнөргә...

Төрөнөргә, уранырға

Һәм шуға ла ҡыуанырға!..

 

Кәрәк миңә йылы оя!

Күңел хәҙер бик тиҙ тоя

Йылылыҡтың бөтә тәмен!

Йылы көтә бөтә тәнем...

 

Йылы көтә бөтә йәнем...

Йылы көтә торған сағым...

 

Роберт МИҢНУЛЛИН.

Фото: vsegda-pomnim.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас