+6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Шиғырҙар
7 Сентябрь 2022, 04:00

Көҙгө ямғыр

Тышта көҙгө ямғыр яуа Тәбиғәт илай һымаҡ.

Көҙгө ямғырКөҙгө ямғыр
Көҙгө ямғыр

Күктә зәңгәр болот йөҙә,

Иртәнән төштө томан.

Көҙгө ямғыр яуа-яуа,

Бөтә ерҙә сылата.

Был ямғырҙың шыбырлауы

Үҙемде лә илата.

Тәбиғәт илап оҙата

Ҡоштарҙы йылы яҡҡа.

Тәбиғәтте моңһоулатып,

Килде көҙ беҙҙең яҡҡа.

А. ШӘГӘРӘЕВА.

Фото: million-wallpapers.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас