

Ҡомалаҡ былай тигән:
“Абау, ниндәй иләмһеҙ,
Cатлы-ботло, әй, йәмһеҙ!
Япраҡтары бар-барлыҡҡа,
Әммә улар – тупаҫ биҙәк ысынбарлыҡта.
Ни файҙаһы, ни буй-һыны юҡ бының.
Тупраҡ юҡҡа әрәм итә үҙ дымын!
Ә һин, Таяҡ, шундай төҙ, шундай зифа,
Баҫып тороуың үҙе үк йәнгә шифа!”
Әммә тиҙҙән Хужа теге таяҡты
Киҫкеләп утҡа яҡты.
Таяҡ урынына
Йәш Имәнде күсереп ултыртты.
Үҫеп китте Имән, ҙурайҙы.
Ҡомалаҡ иһә уға уралды.
Маҡтай хәҙер кемде? Имәнде!
Онотто уға нахаҡ өйгәнде.
***
Ник һөйләнем һуң әле мин ошо хаҡта?
Ниндәй фәһем алып була бындай саҡта?
Фәһем шундай: ныҡ иҫкәртеп ҡуям һеҙҙе –
Ялағайҙар була мотлаҡ ике йөҙлө!
Мәргән МӨШӘРӘПОВ.
Фото: glavgradus.ru