+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
9 Сентябрь 2022, 12:00

Башҡорт ҡатын

Башҡорт затлы ҡатын-ҡыҙҙар Булыр милли үҙ аңда, Милләте боронғолоғо Сағыла был ҡатында.

Башҡорт ҡатын
Башҡорт ҡатын

Балалары, ейәндәре

Булыр уның янында.

Башҡортлоғо был халыҡта

Әсәйлектең ҡанында.             

Кейгән милли кейеме лә

Күҙҙең яуын алырҙай,

Күлдәктәренең төҫтәре

Күктә булған йәйғорҙай,

Бала, бала итәктәре

Өйөрөлә тулҡындай,

Ҡолағындағы алҡалар

Сылтыр, сылтыр сылтырай,

Ҡашмауында ынйы - мәрйен

Теҙелгәндер сылбырҙай,

Күкрәгендәге селтәрҙә

Көмөш тәңкәләр сыңлай!

Һай, башҡорт ҡатыны!

Һылыу башҡорт ҡатыны!

Йөҙкәйенә яғылғандыр

Йөрәккәйе ялҡыны!

Алһыу уның биттәре,

Аҡҡоштай йөрөштәре,

Әллә индә һин Хоҙайҙың

Ерҙәге фәрештәһе!

Уйҙарың һинең изге,

Күңелең тулы иман,

Яҡшылыҡтан яралғанға

Йыраҡтыр һиңә яман..

Милли кейемдәрең кейеп

Биҙәүестәрең тағып,

Таң ҡалдыр әле донъяны

Торһондар һиңә бағып!

Был бит башҡорт тиһендәр,

Көнләшкәндәр көйһөндәр!

Һине яҡын күргәндәре

Дуҫым тиеп һөйһөндәр!

Һин боронғо, һин яңы,

Һиндә бар донъя заңы!

Артталыҡ та юҡ һиндә,

Сығынлау ҙа юҡ һиндә,

Үҙең булып ҡалыу ғына

Үҙенсәлеге һиндә!

Яҡлайһың һин илеңде,

Һаҡлайһың һин телеңде,

Эйәртәһең үҙ артыңдан

Балаңды, ейәнеңде!

Яратаһың ғүмерлеккә

Бергенәң һөйгәнеңде,

Үҙе тиңең, үҙе йәрең,

Һине үҙ күргәнеңде.

Донъяның сағыу биҙәге

Һиндер башҡорт ҡатыны!

Сая ла ул, наҙлы ла ул

Ябай башҡорт ҡатыны!

 Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ сәсән.

Һүрәттә: мөхәрриребеҙ Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас