+16 °С
Облачно
Шиғырҙар
9 Сентября 2022, 10:00

Йолҡош әтәс

(Атнабайға эйәреп) Мөхәббәтен тапҡан бер бисараҒүмер буйы йонсоп эҙләгәс.Ейәндәре үҫеп, буй етһә лә,Тапҡан!Ҡартайһа ла өмөт өҙмәгәс.

Йолҡош әтәсЙолҡош әтәс
Йолҡош әтәс

Бабай үҙе күптән.
Дәрте булғас,
Йәш атай ҙа булған, иншалла.
Ҡанатланып йөрөй, әллә юрый,
Әллә инде шайтан ҡушҡанға.

Хәләл ҡарсығына иҫе китмәй,
Үҙ йортонан ҡаса «йәш әтәс».
Ҡөҙрәте бар, тимәк, ғүмер буйы
Ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәгәс.

Төндә кире ҡайта, ҡалмай никтер
Мөхәббәтле аҙғын тауыҡта.
Әтәс тә йәл, рәте китмәҫме, тим,
Егелгәстен ике ҡамытҡа?

…Ҡайтып килә аҡһап
йолҡош әтәс,
Кикрик шиңгән, һынған ҡабырға.
Ҡарт көнөндә күп кәрәкмәй икән
Әҙәм көлкөһөнә ҡалырға.

Ләйсән ТЕШЛЕ.

Фото: Pinterest

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас