

Икенсе саҡ мин үҙенә
Ярҙам итә алманым.
Торҙом тыңлап адресыма
Ҡәһәр һүҙҙәр яуғанын:
– Ярҙамыңды күрһәтмәнең,
Ҡайҙа һинең оятың?!
Кеше тиһәм, юҡ икән дә
Кешелекле сифатың!
Уртаһында ҡалдым тороп
Әлеге ике һүҙҙең.
Әллә кешелеклемен мин,
Әллә кешелекһеҙмен...
Ҡанат
Ҡаҙ ҡанаты әйтте ҡаҙға:
– Файҙаң юҡ, күрәм зыян.
Һине күктәргә күтәрәм,
Ергә төшөрөп ҡуям.
Үҙем генә осһам әгәр,
Эй, елер инем елләп.
Көн эсендә сығыр инем
Ғаләм киңлеген иңләп.
...Көҙҙөң һуңғы айы ине,
Ҡар ергә ятҡан ваҡыт.
Йорт хужаһы салды ҡаҙҙы,
Ашарға тәмен татып.
Әйтеп ҡуйҙы йолҡоп атҡан
Йомшаҡ ҡанатҡа ҡарап:
– Быныһы ла эшкә ярар,
Иҙән һеперер ҡанат.
“МЧС”
Ауылда бер шә-әп кеше бар,
Бөтәбеҙгә булыша.
Хөрмәт итеп, ярҙам итеп
Өлгөрөргә тырыша.
Берәүҙәргә бесән өйә,
Кемгә яра утынын.
Осона сығып булмаҫтай,
Һанай китһәң сутының.
“МЧС” тип исем таҡтыҡ,
Онотоп үҙ исемен.
Хәленә инеп йәшәгәс
Ауылда һәр кешенең.
Кемгә ҡойма ҡойошҡолай,
Кемгә атын туғара.
Ярҙам күргәс, һәр беребеҙ
Үҙен “һыйлап” сығара.
Сығаралмай ҙа ҡалабыҙ,
Ойоп китһә ул, йоҡлап.
Өйөнәсә оҙатабыҙ
Күтәреп, йә ҡултыҡлап.
Баҡһаң, лайыҡ булмағанбыҙ
Унан хөрмәт-ҡәҙергә:
– Эштән алда бир һалып ,– ти, –
Һыуһаным ,– ти, – хәмергә!
Айырма юҡ
– Әйтсе, дуҫҡай, ник бисәңде
Сыҡтың көтөүгә алып?
Бахырҡайың килә ҡайтып,
Телен арҡыры һалып.
– Этем ауырый, бисәмде
Эйәрттем шуға күрә.
Айырма юҡ, минең бисә
Эттән ҡалышмай өрә.
Камил ФАЗЛЫЙ.
Әбйәлил
Әкиәттәр ҙә үҙгәрә,
Шундай замана килде.
Арҡан ишә, ти, Әбйәлил:
“Аҫып ҡуям, – тип, – илде!”
Ил эйәһе ҡурҡышынан
Тора, ти, дер ҡалтырап.
Ялбарырға тотона, ти:
“Аҫмай тор инде, брат!
Илде урынында ҡалдыр,
Ал нефтте, алтынды...
Илһеҙ ҡалһаҡ, ни эшләрбеҙ?
Ҡыҙған меҫкен халҡыңды!”
Ә Әбйәлил ишә һаман,
Бер кемдә лә эше юҡ...
“Уның арҡаны ҡомдан!” – тип,
Әйтерлек бер кеше юҡ...
Салауат ӘБҮЗӘР.
***
Ғаиләне Ғалиә тарта,
Ир – арбала, бисә – ат.
Рауил Бикбаев.
Күпме ир эшһеҙ ята,
Күпмеһе сей ир хәҙер.
Тормош ғәҙәти түгел,
Көнкүреш сәйер хәҙер.
Кәмей Ватан алдында
Бурыс үтәр егеттәр.
Ил түгел, ғаилә йөгөн
Тотмай хәҙер електәр.
Көслө зат төшөнсәһе
Көсһөҙ затҡа йәбешә.
“Көслө”ләре тормошта
Йә бөгөлә, йә бешә.
Ғәрлегенән бөтөнләй
Һәленеп төшөр кикрек,
Әрмегә китһә ҡыҙҙар
Ун һигеҙен еткереп.
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.