+13 °С
Ясно
Шиғырҙар
24 Сентября 2022, 12:00

Мәүлит КӘРИМИҙән шаярыудиялар

Боҙҙо ярып балҡып сыҡҡанСәскәм дә ул - һин!Мине тиргә батырыусыЙәтсәм дә ул - һин... Зөфәр ВӘЛИТОВ  

Мәүлит КӘРИМИҙән шаярыудияларМәүлит КӘРИМИҙән шаярыудиялар
Мәүлит КӘРИМИҙән шаярыудиялар

Боҙҙо ярып балҡып сыҡҡан
Сәскә ул - шиғри һүҙең.
Шул сәскәне тире менән
Һуғарған йәтсә - үҙең...

***

Шаҡымай ишектәремде,
шаҡымай йөрәгемде,
түргә үт!
Яратамын,
үҙең дә күрәһеңдер.
Шаҡымай ишектәремде,
шаҡымай йөрәгемде
үтәһең. Тик ник артыңдан
келәне эләһеңдер?..

Әҡсән ХӘЛИЛОВ.


Шаҡыма ишектәремде,
шаҡыма йөрәгемде,
тип әйтһәм дә
һин ышанма! -
Беләһең көткәнемде.
Шаҡыма ишектәремде,
шаҡыма йөрәгемде!
Һин ингәс тә
келә элеп,
үтәрмен теләгеңде...

***

Йылмайыу ҙа була икән
Төрлө сифатта.
Көҙгөләге ҡыҙ таныш та,
Нисектер ят та.
Ирендәр һәр саҡтағыса,
Көләләр былай.
Тик күҙҙәргә нимә булған?
Башыма һыймай.
Башҡалар был үҙгәреште
Һиҙмәһә, булды.
...Ә мин танымайым көҙгө
Күрһәткән һынды.

Олеся ӘХМӘТРӘХИМОВА.

Әйтсе, көҙгө, ер йөҙөндә,
Сибәрҙәрҙән кем сибәр?
Йылмайыуым ни сифатта,
Көләме ирен, күҙҙәр?..
...Ҡарағас та, уф, көҙгөгә,
Туҡтай яҙҙы бит тыным.
Башҡа һыймай - ят ҡыҙ ҡарай,
Танырлыҡ түгел һыным...

***

Йәш сағыңда, "мыш - мыш" килеп
Ҡуйында бисә ята.
Ҡартлыҡ етһә, "мыр - мыр" килеп
Яныңда бесәй ята.

Әхмәҙин ӘФТӘХ.

Йоҡо алмай. Башҡа эш юҡ...
Янда бисә хырылдай.
"Мыш - мыш" та юҡ, "тыш - быш" та юҡ,
Бары бесәй мырылдай...

***

Үҙебеҙ һикһән биштән,
Йәм табабыҙ һәр эштән.
Етербеҙ һикһән бишкә,
Уҙырбыҙ һикһән биштән.
Үҙебеҙ һикһән биштән,
Беҙ үҙебеҙ үгеҙҙәр.
Беҙҙең менән һағыраҡ,
Беҙҙең осло мөгөҙҙәр.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.

62-ләр үҙебеҙ,
Юлбарыҫтар, ҡыйыубыҙ.
Йылғырбыҙ ҙа, тоғробоҙ ҙа,
Юлбарыҫтай һылыубыҙ.
62-не тултырып,
Уҙып китербеҙ йөҙҙө.
Хоҙайым ғына ҡушмаһын
Йөрөтөргә мөгөҙҙө!

 

 

Мәүлит КӘРИМИҙән шаярыудиялар
Мәүлит КӘРИМИҙән шаярыудиялар
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас