+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Сентябрь 2022, 17:45

Шиғырхана

Рауил ШАММАС ПОМАДАҺөйәркәңә килдең дә битТәгәрмәсле санаңда.Күлдәгеңдең яғаһынаЭләктерҙең помада.

Шиғырхана
Шиғырхана

Шул ҡәһәрле помаданан
Зыян килде егеткә.
Ҡыҙыл помада әйләнде
Өйҙә ҡара дегеткә.

Һөйәркәңдең хәйләләрен
Белмәй ҡалдың шул, ахмаҡ.
Ҡатының менән талаштырып,
Үҙенә инде алмаҡ.

Нимәгә лә килтермәне
Егеткәйҙең хатаһы.
Осоп йөрөй помадалы
Ап-аҡ күлмәк яғаһы.

Инде бәреп ватыр булды
Тәгәрмәсле санаһын.
Наҙланһаң да, онотма шул
Донъяларҙың самаһын.

ТИҺЕНДӘР
«Ғәбделмәжит яңы өй бөтөргән.
Йәшәй белә егет!» – тиһендәр.
Ялҡаулыҡты һалып елкәләргә,
Ғәйбәт сәйнәп, әйҙә, йөрөһөндәр.

«Ғәбделмәжит фермер булған икән,
Унлап һыйыры бар», – тиһендәр.
Һөйләһендәр, әйҙә, һөйләһендәр,
Көнләшешеп, шашып йөрөһөндәр.

«Ғәбделмәжит йәп-йәш кәләш алған!» –
Сибәрлеген, әйҙә күрһендәр.
Үҙҙәре йәшәй белмәгәс ни,
Көнләшешеп, әйҙә, үлһендәр.

 

Рәфғәт РЫСАЕВ

ЭШҺЕҘЛЕК ҺӘМ ЭШСӘНЛЕК
Эшһеҙ торған сирләй башлай,
Сир ояһы эшһеҙлек;
Ҡапҡанды йоттормағандай
Ауыҙҙағы тешһеҙлек.
Шул эшһеҙлек алып килде
Илдең барлыҡ сирҙәрен.
Көн элгәре гүргә кертте
Күпме аҫыл ирҙәрен.
Тормош ғәрип, аяныс
Ҡулынан эш төшкәндең.
Сирҙәр ҡосаҡлап ятырға
Ваҡыты юҡ эшсәндең.

СӘБӘБЕН ТАПТЫЛАР

Сәлим бабай өйҙән сыҡҡан
Күрәсәге ҡаршына.
Ауыл уртаһында бәргән
Бай кeҫәле машина.
Төн үтеүгә килеп етте
Погонлы мут егеттәр.
Мал ҡараусы атлыларҙы
Тейәп алып киттеләр.
Былар менән эш бешмәгәс,
Башҡа сәбәп таптылар.
Ҡарға абынып үлгән тип,
Тиҙерәк эште япты

 

Риф ДӘМИНЕВ

АҘЫҠ АЛЫУ – БАҘЫҠЛАНЫУ
Әйтеп булмай – гел иҫке, тип,
Яңы аҙыҡ киләлер…
Иҫке аҙыҡ-түлектәрҙән
Магазиндар тулалыр.
Ә яңы килгән аҙыҡтар
Һыуытҡыста туңалыр.

Иҫкеһен һатып бөтмәйсә –
Яңыһын сығармайҙар.
Сөнки яңылары барҙа,
Иҫкеләрен алмайҙар.
Бындай ҡатыш һатышыуҙа,
Һиҙҙермәйсә алдайҙар.

Принтер тигән йыһаз һәйбәт,
Ярлыҡты тиҙ яңырта.
Кисәге аҙыҡ-түлекте –
…Бөгөнгө тип яҙҙырта.
Уға бик аптырамайбыҙ,
Тормош үҙе аҙҙырта.

Дөрөҫөн әйтеп һалғанда –
Бындай хәл бит – хыянат.
Закон һаҡлаусылар барҙа,
Әйтеп тороуы оят.
Әйҙә инде, улар әйтһен –
Кем – ғәйепле, ә кем – хаҡ.

Беҙгә ҡыҫылыуы – хәтәр.
Ғүмер бит – берәү генә.
Язалауға саҡырмайбыҙ.
Был бит тик әрләү генә.
Иҫке аҙыҡты ашатыу –
Ул бит йәберләү генә.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: