+30 °С
Ясно
Шиғырҙар
26 Сентября 2022, 08:00

Һөйөүем — сәскә

Һөйөүемде оҡшатамын гөл-сәскәгә Йөрәгемдә шытып сығып, нур сәскәнгә.

Һөйөүем — сәскәҺөйөүем — сәскә
Һөйөүем — сәскә

Балҡыта ул күңелемде наҙы менән,

Сәскә кеүек яҡлаусыһыҙ ҡала гелән.

Тик сәскәнең ҡыҫҡа була ғүмеркәйе,

Шиңмәҫ һөйөү теләй минең күңелкәйем.

Ҡағылмағыҙ, зинһар өсөн, был гөлөмә

Һалҡын ҡырау төшмәй торһон һөйөүемә.

Ю.ӘХМӘТЙӘНОВА.

Фото: zoom.ru

Автор:
Читайте нас