-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
27 Сентябрь 2022, 08:30

Бир, Хоҙайым!

Бир, Хоҙайым, күңел тыныслығы, Шатланырлыҡ яңы һәр көнгә, Бир, Хоҙайым, миңә көс, йәшәрлек Шөкөр итеп бары бөгөнгә.

Бир, Хоҙайым!
Бир, Хоҙайым!

Бир, Хоҙайым, һаулыҡ, кеше көнлө,
Кеше ҡулдарына ҡалмаҫлыҡ,
Бир, Хоҙайым, байлыҡ, хәләл малды
Бер кем минән тартып алмаҫлыҡ.

Бир, Хоҙайым, бөтә яҡындарым
Рәхәтлектә ғүмер кисерһен,
Ғәйептәрем булһа, эй Хоҙайым,
Кемде рәнйеткәнмен – кисерһен.

Бир, Хоҙайым, миңә мөмкинселек
Башҡаларға ярҙам итерлек,
Ҡартлыҡ килеп еткәс, эй Хоҙайым,
Кешем булһын ярҙам көтөрлөк…

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: www.youtube.com

Автор:
Читайте нас