+30 °С
Облачно
Шиғырҙар
1 Октября 2022, 08:00

Шиғырхана

Салауат ӘБҮЗӘР БисараТегендә бер сара үтә,Бында үтә бер сара...Кем саранан ҡайтып килә,Кемдер сараға бара...

ШиғырханаШиғырхана
Шиғырхана

Берәүгә етмеш тулған, ти,
Утыҙ, ти, берәүһенә...
Берәү сәхнәнән төшөүгә,
Сәхнәгә берәү менә...

Юғарынан килә әмер:
“Шул көндә шундай сара!..”
Елкәңә ятҡан бурысты
Бар, һин үтәмәй ҡара!..

Тотош ил – сара майҙаны, –
Йәшәй алмай сараһыҙ.
Беҙ, ахыры, БИСАРАға
Әүерелеп барабыҙ...

Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ

Иркәләтеп

Мәрйәм көн дә ирен тиргәй:
«Шымтояҡ, күҙең сыҡҡыр.
Был донъяла һинең кеүек
Ғәмһеҙ, мут ирҙәр юҡтыр.

Ҡайҙа булдың өс көн буйы
Киттең дә һин балыҡҡа?
Йөҙөң ҡасҡан. Таушалғанһың
Ҡарурманда ҡалып та.

Кемдәр менән күңел астың,
Әйтсе миңә, Шүрәле?
Аҙып-туҙып йөрөүҙәрең
Һиңә ләззәт бирәме?»

Юлай һөйгән ҡатынына
Табалманы яуап та.
Бер гонаһһыҙ ғәйепләнде
Ҡылмаһа ла ул хата.

Була икән был тормошта
Шундай хәлдәр ҡай саҡта.
Юлай әйтә: «Ҡатынымдың
Ярһыуҙарын тиҙ баҫамын,
Иркәләтеп-ҡосаҡлап...»

Әҙәп һөйләй

Ғәйбәт һөйләй. Ә үҙенән
Сәмәй еҫе аңҡып тора.
Ғәм алдында битлек кейеп,
Ялған һүҙен ҡаңҡып тора.

Аҡыл һата аҡыллыға,
Гүйә, ул бер фәрештә.
Имеш, өлгө булып йәшәй,
Дан яулаған һәр эштә.

Уның ҡылған мутлыҡтары
Һуҡыр күҙгә ташлана.
Әҙәп һөйләй – әҙәпһеҙ йән,
Әхлаҡ шунан башлана.

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ

Колорадо ҡуңыҙы

Картуфтың тыуған иле
Көньяҡ Америкала.
Икенсе икмәгебеҙ
Төп аштарҙан һанала.

Ер алмаһын яратмаҫ
Кешене мин белмәйем.
Икмәктән ҡала уны
Оло ашҡа тиңләйем.

Петр батша менән ул
Рәсәйгә килеп ингән.
Шул саҡтан картуф сәсеү
Халҡы ҡанына һеңгән.

Аҙаҡ беҙгә күсенде
Колорадо ҡуңыҙы.
Еремде ағыуларға
Ысул булды дуңғыҙы.

Тиҙҙән илде яуланы
Америка сәнғәте.
Ошолор Горбачевтың
Иң йондоҙло сәғәте.

Диңгеҙҙән килеп сыҡты
Илле башлы аждаһа.
Диңгеҙҙе лә юҡ итер
Бер һемереп ташлаһа.

Океан кисеп килде
Аҙғын йәнле баһадир.
Түшендә илле йондоҙ,
Заман, үҙең баһа бир.

Дәү илемә ҡағылды
Океандар тәьҫире.
Булдыҡ та киттек шулай
Америка кәсере.

“Колорадо ҡуңыҙы”
Беҙҙе эстән бөтөрә.
Хатта маңҡа малайҙар
Голливудса төкөрә.

Ул хәҙер рәсәйлене
“Титаниг”ына йыйып,
Ҙур бәхет вәғәҙәләй,
Халыҡты ҡара тыйып.

Хәйләле “Титаник”та
Рәхәт йөҙөп барабыҙ.
Америка – ҙур айсберг,
Алдығыҙға ҡарағыҙ.

“Титаник”тың батыуы
Тетрәндергән донъяһын.
Кәбе ошо фажиғә
Ҡабатлана ҡуймаһын.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас