

Ҡәһәрләйем һеҙҙе – йыландарҙы,
Йылан сағыу һирәк осраҡ.
Йылан ҡорбаны – бер, йөҙ, мең,
Ағыулай ул һеҙҙең бысраҡ.
Ни эшегеҙ бар һуң кешеләрҙә,
Улар тормоштарын боҙғандар.
Йөрәк ашап, унан ләззәт алып,
Һандуғастан көнләр ҡоҙғондар.
Ниндәй әсә һеҙҙе тәрбиәләп,
Биргән һеҙгә ҡара көнсөллөк.
Тырышығыҙ һеҙ ҙә матурлыҡҡа,
Ғүмер бер ул, ул да “өс көнлөк”.
Ғәрлек һеҙҙе кеше тиеп атау,
Һеҙ хәшәрәт, һеҙ ул тараҡан.
Меңдең бере дөрөҫ түгел бит ул,
Ялған һеҙҙең һәр һүҙ таратҡан.
Эй, кешеләр, ҡайҙа миһырбанлыҡ,
Нимә булды һиңә, замана?!
Эске, ғәйбәт. Ниҙә икән сәбәп?
Аҡ күңелдәр юҡҡа ҡарала.
Шулмы ғәҙәт, ирҙәр һөйләй ғәйбәт,
Эшләмәйҙәр еңдәр һыҙғанып.
Меҫкенлеккә, бөлгөнлөккә төшкән
Йәндәр өсөн алам һыҙланып.
Ғәйбәтсегә ҡаршы көстәр бар ул,
Аҡыл, зиһен унан аралар.
Ғәйбәтселәр, һеҙҙең “тырышлыҡты”
Хоҙай бер саҡ үҙе баһалар.
Земфира СӘХИПОВА
Кәңәш
Һарыҡ килгән кәңәшкә
Аҡ һаҡаллы кәзәгә:
– Президент булғым килә,
Һин дә ҡатнаш һайлауҙа,
Тауышыңды йәлләмә.
Үтеп китһәм, буш итмәм,
Эшкә алырмын эргәмә.
Балаларың, туғандарың,
Ҡоҙа-ҡоҙасаларың,
Барлыҡ нәҫел-нәсәбең –
Береһе лә хур булмаҫ.
– Ниәтең ҙур, Һарыҡ дуҫ,
Һиңә уңыш теләйем.
Кәрәк булһа, күркәмлеккә
Һаҡалымды бирәйем.
Аҡһаҡалдың кәңәше
Бик оҡшаны Һарыҡҡа.
Тик уның был ҡиәфәте
Оҡшаманы халыҡҡа:
– Эш һаҡалдағынамы ни,
Аңра тигән даны бар.
Ауыҙын асып, күҙе тоноп,
Илеңде һатыуы бар.
Барып сыҡманы Һарыҡтың
Ҡорған ҙур пландары.
Кәзә лә бәҫен төшөрөп,
Һаҡалһыҙ тороп ҡалды.
Рәфғәт РЫСАЕВ
Көн дә байрам
Ғүмер буйы донъя ҡыуа,
Туймай кеше.
Ә бер көндө теүәлләнә
Дәүләт эше.
Шундай тормош булыуына
Ҡалам хайран.
Хаҡлы ялда йәшәүҙәре
Көн дә байрам.
Йоҙроҡ менән
Кешеләр ус менән һөйә –
Шул буламы яратыу?
Хәләлеңдең йәнен яулап,
Тик үҙеңә ҡаратыу?
Вәт мин, исмаһам, яратам:
Тотҡан ерҙән һындырам.
Улай ғына аҙ тойолһа,
Йоҙроҡ менән тондорам.
Тырышлыҡ
Бер быуатта нисәнсегә
Үҙгәрҙе илдә тормош.
Зилзилә килһә лә донъя,
Аяҡта ҡалды тырыш.
Ҡул ҡаушырып ултырырға
Ирек бирмәй тырышлыҡ.
Юҡтан да барҙы яһарға
Һүҙһеҙ итә булышлыҡ.
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Шундай сыҙам тырышлыҡ.
Тырышлыҡҡа атланғандың
Һулыш иркен, аҙым ныҡ.
Тырышлыҡ ул – күҙ йомдормай,
Эш ҡайнаған тимерлек.
Шунда сүкеп тапҡан байлыҡ
Айлыҡ түгел, ғүмерлек.
Әлиф ҒӘЛИМОВ
Аренда
Әйтәләр: ысын дуҫлыҡты
Ауыр саҡтарҙа һына.
Әлһерәгән бер эт ята,
Кермәйсә ояһына.
Йомортҡа һалырға тауыҡ
Эйәләшкән ояға.
Эт ояһында ултырырға
Шул саҡтарҙа ояла.
Ҡырағай баҙар тәртибен
Нисек инде тыяһың?
Эт әтәскә биргән икән
Арендаға ояһын.