

Йондоҙ
Ҡош-ҡорттар шаулашып үҙ-ара
Йыр-моң ярыштарын уҙғара.
Бик ябайҙан түгел был ярыш:
Һөнәр “йондоҙлоҡ” ҡа һынала.
Йырын һуҙҙы
башта һандуғас,
Уны алыштырҙы
ҡарлуғас.
Бер-бер артлы
китте сығыштар,
Күмделәр ҡоштарҙы
алҡыштар.
Шул саҡ сыға сәхнәгә ҡарға,
Ҡарлыҡҡан тауышы саҡ сыға.
Жюри ағзалары ҡәнәғәт:
“Бындай тауыш һирәк, йәмәғәт”.
Бирҙеләр “йондоҙ”ҙо ҡарғаға.
Аптырап ҡалдылар башҡалар.
Ғәҙелһеҙлекме был, наҙанлыҡмы...
Әҙме улар беҙҙең арала?
Өфө ҡасабалары
Өфөнөң бер ҡасабаһы
Чесноковка исемле.
Унда йәшәгән кешеләр
Чиновниктар, шикелле.
Шикелле, тип, әйтмәҫ инем,
Күҙемә күренһәләр.
Күҙгә күренерҙәр ине,
Йәйәүләп йөрөһәләр.
Ҡатлы-ҡатлы бейек йорттар
Төҙ(ө)гәндәр, кем уҙарҙан.
Һары кирбес, ҡыҙыл кирбес,
Күбеһе ҡарағайҙан.
Урамдарҙың исеме лә
“Статус”ҡа яраҡлы:
“Кремлёвский”, “Московский”,
“Охотный ряд”, “Триумфальный”,
“Депутатский” ҙа бар.
Бер нисә авто һыйырлыҡ
Ике-өс ҡапҡалы гараж.
Шунан кәмен ҡабул итмәй
“Яңы заман”ға ҡараш.
Зиндан йортон хәтерләтә
Күккә ашҡан ҡоймалар.
Шығырҙап торған тимерҙән
Ҡуйылғандар ҡапҡалар.
Кеше берен-бере белмәй,
Күрше күршегә инмәй.
Үҙ ҡабырсағында йәшәп,
Ғүмер уҙғанын һиҙмәй.
Ниҙәндер ҡурҡалар һымаҡ
Был йорттоң хужалары.
Шуға ла гел һаҡта тора
Видеокамералары.
Шөкөр, халҡыбыҙ байыны,
Тип әйтергә лә була,
Әгәр был байлыҡҡа намыҫ,
Хәләл көс кергән булһа.
Хәйләкәр төлкө
Ғашиҡ булыуына түҙмәй,
Төлкө ауырып киткән.
“Үлем хәлендә ятам, ти,
Әтәсем ҡайҙа икән?
Уның хыянат итеүе
Бер бөгөн генә түгел:
Килермен, тип, һүҙ бирә лә,
Кетәктә аса күңел”.
Әлбиттә еңел түгелдер
Тауыҡтарҙы ҡалдырыу.
Ни тиһәң дә, ғаилә бит,
Гонаһ — күңел аҙҙырыу.
Хәйләнең дә сиге етте,
Төлкө торҙо, түҙмәне.
Кетәк юллап
үҙе китте,
Тик Әтәсен күрмәне.
Унан да
хәйләкәрерәк
Төлкө булған, күрәһең.
Земфира СӘХИПОВА.