+17 °С
Облачно
Шиғырҙар
13 Ноября 2022, 07:00

Рауил ШАММАСтан шиғырҙар

Гөлнәркәз үтә урамдан... Гөлнәркәз үтә урамданТерт тә мерт баҫып ҡына.Ах, тип ҡала ир-егеттәр,Тәҙрәне асып ҡына.

Рауил ШАММАСтан шиғырҙарРауил ШАММАСтан шиғырҙар
Рауил ШАММАСтан шиғырҙар

Ә Гөлнәркәз береһенә лә
Күҙен һирпеп ҡарамай,
Гөлнәркәзгә – сибәр ҡыҙға –
Берәүһе лә ярамай.

Камилды ул бик оҙон, ти,
Миңә ҡолға кәрәкмәй.
Йомағол да оҡшамай, ти,
Ҡулы бик ҙур – көрәктәй.

Ғәбделхәйҙең буй-һын һәйбәт,
Тик осло, ти, эйәге.
Ғәйфулла ла оҡшап етмәй,
Бигерәк ябай кейгәне.

Гөлнәркәз үтә урамдан,
Танауын сөйөп кенә,
Ах, тип ҡала егет-елән,
Тик янып-көйөп кенә...

Нисә туфли туҙҙырғандыр
Гөлнәркәз урам тапап,
Һиҙмәне лә, айҙар, йылдар
Үтте лә китте атлап.

Гөлнәркәз бара урамдан,
Танауын сөймәй генә,
Берәй егет булмаҫмы тип,
Эҙләй ҙә эҙләй генә.

Тик егеттәр быны һис тә
Һиҙмәй ҙә һиҙмәй генә,
Парлашып үтеп китәләр
Сәләм дә бирмәй генә.
Егеттәрҙе ен һуҡтымы –
Береһе иғтибар итмәй.
Танау маңлайға етһә лә,
Терһәк ауыҙға етмәй.

Беҙҙең Ҡыям Ҡыяммы икән?

Ҙур түрәләр, Ҡыям, тиҙәр,
Әйтерһең дә, ҡуян, тиҙәр.
Боҫоп ҡына тыңлай, тиҙәр,
Маңлайына таш атһаң да,
Ҡаршы әйтергә ҡыймай, тиҙәр.

Үҙ тиңдәре, төлкө, тиҙәр,
Ҡойроҡ болғай белә, тиҙәр,
Ауыҙын-моронон ҡыйшайтҡылап
Кет-кет килеп көлә, тиҙәр.
Алай итеп, былай итеп,
Яйын, малай, таба, тиҙәр.
Ҙурырағын, тәмлерәген
Үҙе алып ҡаба, тиҙәр.

Ә үҙенән түбәнгеләр
Уны һәр саҡ, бүре, тиҙәр,
Яуыздарҙың бере, тиҙәр.
Хәҙер тетеп ташлар, тиҙәр,
Тереләй тотоп ашар, тиҙәр.

Гел йәнлектәр исеме менән
Йөрөр өсөн тыуған микән?
Ҡайһы яғы үҙе икән?
Ҡайһы яғы Ҡыям икән?

Аһ, бәпесем!..

Күгәрсендәй гөлдөрҙәшеп,
Ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ һүҙ һөйләшеп,
Тәмле-татлы серҙәр сисеп,
Ултырғанда ашап-эсеп,
Берәү ҡапыл хәбәр һалды:
Ғәбделхатип килә ҡайтып!
Аш өҫтәле бушап ҡалды.
Әбей-бабай, атай-әсәй
Йүгерә-йүгерә, сәсәй-сәсәй
Сыҡты уны ҡаршыларға,
Дер ҡалтырап тора бары ла:

– Ҡайттыңмы ни, йән киҫәгем?
– Ҡана, пальтоңды сисәйем.
– Бир үҙемә кәпәсеңде.
– Асыҡҡандыр, талсыҡҡандыр,
Бәпесемде, бәпесемде! –

Бар өй эсе бейеп тора.
Малай, белеп үҙ баһаһын,
Моронон күккә сөйөп тора,
Бойороҡ ҡына биреп тора.

Арҡаларын һыйпаштырып,
Бабай ҡуя һораштырып:
– Йә, бәпесем, сумкаңда һуң
Беҙгә ниндәй бүләгең бар?

Көтә торғас, әйтте малай:
– Бейе, бабай, бейе, бабай.
Мәсьәләң бик дөрөҫ сыҡҡан,
Уҡытыусы «бишле» һуҡҡан.

Һин, өләсәй, күнегеүҙә
Ебәргәнһең бик ҙур хата,
Дәфтәремә баҡһам бөгөн,
Уҫал «берле» ҡарап ята.
Бөтә класс ҡаршыһында
Ҡыҙарҙым мин һинең өсөн...

Әбей, бабай, атай-әсәй
Бейеп йөрөй сәсәй-сәсәй:
– Аһ, бәпесем, ваһ, бәпесем!..
Бик ҡиммәткә төшмәгәйе
Был «аһ-ваһ»тар һеҙҙең өсөн.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас