***
Ләйсән тигән һылыуҡайҙың
Зифа икән буйҙары.
Ләйсән тигән матурҡайҙың
Кемдә икән уйҙары?
Беҙ белмәйбеҙ ҡыҙҙар серен,
Әйҙә, сер-йомаҡ булһын.
Тормошонда киләсәге
Бәхеттәр менән тулһын.
***
Мәүлиҙәкәй ҡояш кеүек
Йылмайып көлөп ҡарай.
Ебәк төҫлө сәскәйҙәрен
Елдәр яратып тарай.
Йондоҙ кеүек күҙҙәренән
Серле нурҙар һибелә.
Мәүлиҙәнең йөрәгендә
Кем бар икән, кем белә?
***
Мөғлифәкәй, ҡара күҙкәй,
Эх, бер күрергә ине!
Тотоп алып сырылдатып
Эх, бер үбергә ине!
Ай-һай шаян, етеҙ болан,
Бер ҙә тоттормаҫ инде.
Тотторһа ла, һис кенә лә
Үҙен оттормаҫ инде!
***
Мине ситтән күҙләп кенә
Бер ҡыҙый ауыҙ йыра.
Кем ул икән тигән булам –
Ул бит беҙҙең Эльвира!
Эльвирабыҙ ҡошсоҡ кеүек
Гел һайрап ҡына тора.
Эльвираның эс серҙәрен
Үҙенән генә һора.
Ишдәүләт САФИУЛЛИН.
Нимә етмәй икән миңә?
Нимә етмәй икән миңә –
Сал сәсле ҡартҡа?!
Сығып китке килә бит әй
Баш һуҡҡан яҡҡа.
Юлдары тип-тигеҙ булһын –
Ундай ерҙәр бар.
Һүҙ ирке булһын – телемә
Ауыҙ эсе тар.
Бындағы һымаҡ ул яҡта
Алдамаһындар.
Тинен һанап, осон осҡа
Ялғамаһындар.
Эсмәһендәр – кисмәһендәр
Хәмер диңгеҙен.
...Эй йөрөгө килә минең
Донъяны гиҙеп.
Хата
Ауыҙында һаман да юҡ
Аҡыл теше.
Аҡыл менән аңлап булмай
Уның эшен.
Аҡылһыҙҙар, күр, ҡыуана –
Улар аңлай,
Был түрәне күккә сөйөп,
Һөйөп данлай.
"Тешһеҙ ауыҙ" көнө-төнө
Аҡыл һата.
...Ни ҡылһа ла, аҡылһыҙҙың
Эше – хата.
Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН.
Йәнә юлланам кибеткә
Супермаркет “Мәғенит”
Инһәм күҙҙәр алара.
Осло кәбәндәй өйөлә
Брадукты, ала-ала.
Сифаты шикле аҙыҡтан
Шартлай яҙам, эс күбә.
Юл алмаҫҡа был кибеткә
Мең-мең әйтелә тәүбә!
Әпәй тотоп ант иткәнем
Төшмәһен генә башҡа,
Йәнә юлланам кибеткә –
Реклама түгелдер бушҡа.
Флүрә ХӘЛИЛОВА.